+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
10 Апрель 2021, 12:30

“Күңелем – 25-тә, үҙем 50-лә генә” Йырҙары аша еткерә күңелендәге хистәрен

Яҡташыбыҙ, популяр йырсы, “Юлдаш” радиоһының “Яңылыҡтар” хеҙмәте тапшырыуҙар алып барыусы-дикторы Юлыҡ ауылы егете Фәрүәз Фәрғәт улы Урманшинға күптән түгел Башҡортостандың халыҡ артисы тигән маҡтаулы исем бирелде. Ошо уңайҙан Фәрүәздең үҙе менән осрашып, әңгәмә ҡороу насип булды.

1970 йылдың 23 майында Рәшиҙә менән Фәрғәт Урманшиндар ғаиләһенең бәхетенә икеләтә шатлыҡ өҫтәп, тәүге балалары донъяға ауаз һала. Икеләтә, сөнки сабыйҙың инәһе Рәшиҙә апай тап үҙенең тыуған көнөндә улын таба. Уға Фәрүәз тип исем ҡушалар. Хәҙер ул ғүмеренең алтын урталығына еткән республикала билдәле шәхестәрҙең береһе.
Ауылдашым булараҡ, Фәрүәздең бала сағы, үҫмер йылдары күҙ алдында үтте. Йырлы-моңло 5 балалы ғаиләлә иң өлкәне булып буй еткерҙе. Ғаиләһендә үҙенән башҡа сәнғәт юлын һайлаусылар булмаһа ла, бер энеһе, өс һеңлеһе лә матур, моңло тауышлылар. Атаһының атаһы - олатаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Килмөхәмәт Әҙелмөхәмәт улы маһир йырсы булған, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, ауыл сәхнәһендә спектаклдәрҙә уйнаған. Фәрүәз әйтеүенсә, ауылыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, элекке мәктәп директоры Сәмиғулла Ишмырҙин ауылдаштары тураһындағы иҫтәлектәрендә: “Килмөхәмәт матур йырлай ине, уның йыр-моңдарын ейәне дауам итер әле”, - тип яҙған. Ысынлап та, ауылда Урманшиндар нәҫеле йыр-моңға маһирлыҡтары менән айырыла. Фәрүәздең улы Азамат та ата-әсәһенә оҡшап, матур йырлай.
Фәрүәз нәҫелдән күскән һәләте менән бәләкәй ауыл сәхнәһен, тора-бара район, хәҙер иһә республиканың ҙур сәхнәләрен яуланы. Буйға бәләкәй генә малайҙың оло сәхнәгә юлы ла “Сәфәр сыҡһаң оло юлға” тигән йырҙан башланды.
- Фәрүәз, әңгәмәне “Йыр-моңға һәләт ҡайҙан килә?” тигән ябай ғына һорау менән башлайыҡ әле.
- Мин бәләкәй саҡтан атай-инәйемдән отоп йырлағанмын. Сәхнәне яратыу, йыр-моңға һәләт олатайымдан күскәндер, тим. 8-се класты тамамлағас, уҡытыусыларымдың кәңәше буйынса йырсы булыу теләге мине Өфө сәнғәт училищеһына алып килде. Ләкин “буйың бәләкәй, тауышың ултырып бөтмәгән әле”, тип йыр бүлегенә ҡабул итмәнеләр, ә ҡурай бүлегенә уҡырға инергә тәҡдим иттеләр. Һәм мин имтихандарҙы “5”-кә тапшырып, был бүлектең студенты булып киттем. 3-сө курста буйға үҫтем, тауышым да ултырҙы һәм мине йыр бүлегенә күсергә саҡырҙылар. Тик барыһын да яңынан башларға теләмәнем. Уҡып бөткәс, Белорет районының Сермән музыка училищеһына йүнәлтмә бирҙеләр. Ә минең эшкә үҙ районыма ҡайтҡым килә ине. Красноусолға барып, элекке мәҙәниәт бүлеге мөдире Әлфиә Ғимаҙиеваға инеп, уй-теләктәремде аңлатып бирҙем. Ул мине ҡайтарып алды, шулай итеп, район үҙәгендә эш башланым. 3 ай ваҡыт үткәс, Өфө сәнғәт институтында халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлеге асылыуын ишетеп, документтарымды тапшырҙым. Конкурс ҙур, ни бары өс кенә кеше ҡабул итеүҙәре билдәле булды. Бәхеткә күрә, конкурстан үтеп, сәнғәт институтына уҡырға индем.
- Нисек артист булып киттең?
- Институтты 1993 йылда тамамлап, ҡулға диплом алғас, тәүге йыл Өфөлә “Ватан” фольклор-эстрада төркөмөндә эшләнем. Бер йыл үткәс, яңы ғына асылған Сибай филармонияһына эшкә саҡырҙылар. Йәнә бер йыл үтеүгә өйләндем, улыбыҙ Азамат тыуҙы. Артабан йырлаған актёрҙар кәрәк тип, Сибай драма театрына саҡырыу алдым. Сәнғәт институтында актёр оҫталығы дәрестәре уҡытылһа ла, практик тәжрибә юҡлығы ныҡ һиҙелә ине. Йыр-моңдан бында ла айырылманым, уйнаған һәр ролем йырлы ине. Театр донъяһын яратам, әлбиттә. Мин үҙемде театр артисы булараҡ түгел, ә йырсы итеп күрәм һәм ул күңелемә нығыраҡ ҡәҙерле, шуға ла театрҙы ҡалдырырға тура килде.
- Фәрүәз Фәрғәт улын йырсы, актёр булараҡ белһәк, хәҙер ул бөтөнләй икенсе юҫыҡта, “Яңылыҡтар” хеҙмәтендә диктор-тапшырыуҙар алып барыусы булып эшләй.
- Сибай театрында 6 йыл эшләгәс, 1999 йылда Өфөгә күсергә тура килде. Тәүҙә телевидениела диктор булып эшләнем, артабан радиоға саҡырғас, бында күстем. Радиола тапшырыуҙар алып барыу, радиотыңлаусылар менән аралашыу, улар менән телефон аша бәйләнеш булдырыу бик тә оҡшай, бар күңелемде биреп эшләйем. Шөкөр, яратҡан эшем бар. Концерттарҙа сығыш яһау бәхете лә тейә. Тамашасылар йырҙарымды бик йылы ҡабул итә, шуныһы һөйөндөрә.
- Фәрүәз, һин дикторлыҡ эшенән тыш, концерттар ҙа ойоштораһың шикелле?
- Ысынлап та, бығаса юбилейҙарыма арнап концерт программалары менән сығыш яһап килдек. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былтыр алтын юбилейым уңайынан концерт ҡуйырға тейеш булһаҡ, пандемия сәбәпле, ул кисектерелде. Быйыл 51 йәшем тулмаҫ элек Өфөлә “Күңелем – 25-тә, үҙем 50-лә генә” тигән концерт программаһы менән сығыш яһарға иҫәп. “Башҡортостан” дәүләт концерт залында уҙасаҡ концертта ижадташ дуҫтарым - популяр йырсы Резеда Әминева (яңы дуэттар ҙа буласаҡ), ҡурайсы-йырсы Юнир Һағынбаев, йәш йырсы Илнур Ишембаев, популяр композитор-баянсылар Юлай Үҙәнбаев, Илшат Яхин, бейеү коллективтары һәм башҡалар, шулай уҡ районыбыҙҙан да сәхнә оҫталары ҡатнашасаҡ. Яҡташтарымды 16 апрелдә 19.00 сәғәттә үтәсәк концертҡа саҡырып ҡалам.
- Гәзит уҡыусыларҙы ғаиләң менән дә таныштырып үтһәң, һәйбәт булыр ине.
- Тәүге никахтан улым Азаматҡа 26 йәш. Әйткәндәй, концертта ул да ҡатнашасаҡ, яңғыҙ ҙа, бергәләп дуэттар ҙа йырлаясаҡбыҙ.Ҡатыным Гөлназ Юлай ҡыҙы Өфөлә тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса табибә, Өфөләге 22-се дауаханала табип-гинеколог булып эшләй. Минең эшемде аңлай, хөрмәт итә, кәрәк саҡта кәңәштәрен дә бирә. Шөкөр, бер-беребеҙҙе аңлап, хөрмәт итеп, матур донъя көтәбеҙ.
- Фәрүәз, һинең уңыштарыңа бик тә шатбыҙ. Ауылдаштар, райондаштар исеменән "Башҡортостандың халыҡ артисы" исеменә лайыҡ булыуың менән ихлас ҡотлайым. Һиңә артабан да ижади уңыштар, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар, балҡыштар юлдаш булһын. Әңгәмәләшергә ваҡыт тапҡаның өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас: