Красноусол ауылы тамашасыһы Ғафури халыҡ театры әҙерләгән һәр спектаклде, драмамы, трагедиямы, комедиямы – барыһын да яратып ҡарай, мәҙәниәт һарайына ихлас йөрөй. Быйылғы Халыҡ-ара театр көнөндә тәҡдим ителгән тамашаға ла халыҡ эркелеп килде. Был иһә халыҡ театрының абруйына ишара. Элек, күп йылдар элек ҡуйған спектаклдәрҙе лә тамашасылар әле лә һағынып иҫкә ала.
“Бомба” комедияһы ҡалала авария хәлендәге, тәҙрәләре емерек, торбалары сереп бөткән күп фатирлы йорт янында бара. Ишектә "Беҙ һаман бындабыҙ" тип яҙылған лозунг эргәһенә ҡала хужаһының депутатлыҡҡа һайлауға саҡырыуы менән ҙур фотоһы эленгән. Кемдәрҙер эштән ҡайта, кемдәрҙер ишек алдында торған өҫтәлдә шашка, шахмат уйнай. Тормош бында ла дауам итә.
Участковый Кәлимуллинға йорт подвалында бомба барлығын әйткәс, сирена тауышы аҫтында йорт йыһаздарын ташыу, ығы-зығы, шау-шыу башлана. Хәлде ишетеп, хужа үҙе лә килеп етә, ә хәбәрсе ҡыҙ уға һорау артынан һорау яуҙырып, телевизор ҡараусыларға хәл барышын һөйләй. Комедиялағы ваҡиғалар бөгөнгө көнитмешебеҙгә ауаздаш. Илдә күпме барак, иҫке йорттарҙа халыҡ ыҙа сигеп йәшәй. Был күренештәрҙе көн дә телевизорҙан ҡарап хайран ҡалабыҙ түгелме? Түрәләрҙең яуапһыҙлығы, ялағайлығы, төрлө сәбәптәр арҡаһында түбәнгә тәгәрәгән кешеләрҙең яҙмышы, рәхимһеҙлек, битарафлыҡ кеүек күренештәр комедияла урын алған. Ысынлап та, “Бомба” комедияһында бәғзе етәкселәрҙең йөрәген дә, күңелен дә сүп баҫҡаны ныҡлы сағыла. Рим Кәримович үҙ байлығын ҡайғыртҡан етәксе, үҙенең мәңге туймаҫ ҡорһағын ғына хәстәрләй. Һәр образдың типик булыуы отошло. Артистарҙың сығышынан залдағылар рәхәтләнеп көлһә лә, һәр ым, ишара, диалог ҙур мәғәнәгә эйә. Подвалда серегән торбалар шартлаясағы оҙаҡ асыҡлана. Комедия элекке академик, хәҙер бомждың: “бомба бар ул, бар, ул бер ваҡытта ла шартламаясаҡ, ул халыҡ йөрәгендә”, тигән һүҙҙәре менән тамамлана.
Ролдәрҙе башҡарыусылар тураһында айырым һөйләп китке килә. Участковый Кәлимуллин – Фәнзил Ғәлин. Тамашасы ул башҡарған һәр ролде көтөп ала, ул ижад иткән һәр образ тылсымлы матурлығы менән әсир итә. Күпме спектаклдә уйнап, үҙ стихияһында, һыуҙа йөҙгәндәй йөҙөп уйнай ул. Рим Кәримович ролен Замир Тайсин башҡарҙы. Уның роленә ҙур сәхнә оҫталығы хас. Тәүге тапҡыр театрҙа сығыш яһағанлығы һиҙелмәй ҙә, үҙен эҙләнеүсән ысын артист итеп танытты. Булат – Наил Вәлиев, башҡарған образ үҙенең бөтөнлөгө, камиллығы менән айырыла. Наил спектакль һайын яңыса асыштары менән һөйөндөрә. Айытбай – Айрат Баймөхәмәтов, бик күп спектаклдәрҙә ҡатнашып, ролдәрҙе берҙәй оҫталыҡ менән башҡара, образға тулыһынса керә белә. Мәүлиҙә әбей – Рима Зәйнуллина, иң мәртәбәле артистарыбыҙҙың береһе. Ул йәштәрсә дәртлелек менән ең һыҙғанып, образын тыуҙыра ала. Тәбиғи һәләте, сәхнәне яратыуы береһенән-береһе сағыуыраҡ ролдәр тыуҙырырға мөмкинлек бирҙе. Бомж “академик” ролен Хызыр Нәзиров башҡарҙы. Бик күп спектаклдәрҙә уйнап, тамашасы һөйөүен яулаған артист, һәр образды үҙенсәлекле итеп, бер-береһенә һис оҡшамаған образдар тыуҙырыу һәләте көслө. Хәбәрсе ҡыҙ – Альфира Зөлҡәрнәйева, дәртле, етеҙ уйнауы менән тамашасы үҙ итеп өлгөргән һәүәҫкәр артистка. Айһылыу – Гөлдәр Әбелғужина – беренсе сығышы булыуға ҡарамаҫтан, уңышлылығы менән айырылды. Ул ижад иткән шаян образ киләсәктә күп образдар тыуҙырыуға ерлек булһын.
Йәш режиссер Гөлфирә Бәширова ошондай матур тамаша әҙерләп күрһәтте. Уға: “Афарин!” тиергә ҡала. Спектаклде музыкаль яҡтан Ринат Степанов биҙәгән, декорацияны Рәсилә Исхаҡова әҙерләгән. Телмәрҙәре асыҡ, хәрәкәттәре баҙыҡ, ҡаушамайҙар, хатта уларҙы үҙешмәкәр артист тип әйтергә тел әйләнмәй.
Театр – сихри көскә, тылсымға эйә булған нур шишмәһе. Был шишмә беҙҙең күңелдәрҙе оҙаҡ йылдар сафландырыр әле. Ғафури халыҡ театрының талантлы артистары, үҙ тамашасылары, үҙ юлы бар. Киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын. Данлы үткәндәргә тағын да сағыуыраҡ тамашалар өҫтәлһен.
Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.