+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 14:25

Дәррәү үтте

Тирә-яғыбыҙҙағы мөхит һәммәбеҙҙең кәйефенә, йәшәйешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға күрә тормошобоҙҙо йәмлерәк, йәнлерәк итеү ҙә бары үҙебеҙгә бәйле, ҡала-ауылдарыбыҙ һаҡсыл ҡараш талап итә.

Үткән шәмбе ғафуриҙар ҙа тотош республикала үткәрелгән экологик өмәгә берҙәм ҡушылды. Район предприятиелары, учреждение-ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр һәм битараф булмаған әүҙем кешеләр тырышлығы менән сүп-сар йыйылды, биналар эргәһендәге ҡар таҙартылды. Район үҙәгендә Красноусол коммуналь хужалығы техникаһы урамдарҙағы ҡарҙы ташыны, махсус ҡулайлама тағылған тракторҙар асфальт юлдарҙы һеперҙе.
Ауылдарҙа ла өмәләр дәррәү үтте. Һәр кем эргә-тирәһе таҙа, йыйнаҡ булһын өсөн бар тырышлығын һалды. Юлдар, бина-йорт эргәләре генә түгел, һәйкәл-обелисктар ҙа ҡарҙан таҙартылды, төҙөкләндереү эштәре лә башҡарылды.
Район буйынса өмәлә бөтәһе 1123 кеше ҡатнашҡан, 30 берәмек техника йәлеп ителгән. Биләмәләрҙе таҙартыу, ипкә килтереү, йәшелләндереү буйынса өмәләр дауам итәсәк.
Читайте нас: