Тормоштоң мәғәнәһе мөлкәттә, дәрәжәлә түгел, ә ихласлыҡта, эштәрҙең ысын күңелдән башҡаларға файҙаһы тейерлек итеп башҡарылыуындалыр. Һәм шундай матур эштәргә миҫал булып изге Рамаҙан айы алдынан Ҡолҡан ауылының “Фәйзулла” мәсетендә һәм Сәйетбаба ауылы мәсетендә өмәләр үткәрелде. Һәр икеһендә лә тәҙрәләр таҙартылды, стена, иҙәндәр йыуылды, балаҫтар ҡағылды. Тирә-яғы ла таҙартылып, тәртипкә килтерелгәс, мәсеттәр күркәмләнеп, сафланып ҡалды. Был иһә бәрәкәтле Рамаҙан айын ҡаршылауға матур әҙерлек эштәре булды.
Өммәтебеҙ көсө - берҙәмлектә. Өмәләрҙә берҙәм ҡатнашҡан һәр берегеҙгә оло сауаптар насип булһын. Шулай бер-беребеҙгә ярҙамсыл, тирә-яҡтағы һәр йән эйәһенә ҡарата күркәм мөнәсәбәттә булып, динебеҙ ҡушҡанды үтәргә тырышып, изгелектәр ҡылып йәшәргә яҙһын. Һәр ауылда ла изге айҙа мәсеттәр тәрәүих намаҙына саҡырып ҡала.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.