-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 14:45

Ауылда мәҙәни тормош йәнләнә

Ҡурғашлы ауылы клубында 1 апрелгә спектакль ҡуялар тигәс, башта ышанмай торҙоҡ. Хәҙер беҙҙең кеүек оло кешеләр өсөн шуныһы рәхәт, бар мөмкинлектәр бер урында булған социаль-мәҙәни үҙәккә бараһы килеп тора. Бында медицина ярҙамы, почта хеҙмәте менән файҙаланып, китапханаға кереп ҡәнәғәт булып ҡайтабыҙ. Шуға ла, ҡуйһалар, ҡарап ҡайтырбыҙ, булмаһа, башҡаларына керербеҙ тип, клубҡа юлландыҡ.

Ҙур, яҡты клубта төрлө саралар йыш уҙғарыла башланы. Был юлы йылы клубҡа ауылдаштар ҙа байтаҡ йыйылғайны. Көлкө көнөндә ысынлап та, ауылыбыҙҙың һәүәҫкәрҙәре Кәбир Аҡбашевтың “Һипкелле ҡыҙ” музыкаль комедияһын ауылдаштарына тәҡдим иттеләр. Клубтың художество етәксеһе Илдус Иҙрис улы Заһиҙуллин ойоштороуындағы спектакль бик ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙе Мағаш ролен башҡарҙы, Розалия Ғәлимова - Ынйы, Әлфиә Мөхәмәтйәнова – Ҡаҙнагөл, Резида Заһиҙуллина – Сайырбикә, Розалия Ашурова – Көппиниса, ауыл кейәүе Зефир Ғәлиуллин – Эдик ролдәрен оҫта башҡарҙылар. Музыкаль яҡтан Айгөл Батталова биҙәһә, суфлер эшен Айһылыу Ғәлиуллина алып барҙы. Ауылдаштарыбыҙ рәхәтләнеп көлөп, рәхмәттәр әйтеп таралышты был саранан.
Артабан да социаль-мәҙәни үҙәгебеҙ ошолай гөрләп эшләп торһон, унан күңелгә лә шифалы дауа алып, шатланып йәшәргә яҙһын.
Фирүзә ҒӘЗИЗОВА.
Ҡурғашлы ауылы.
Читайте нас: