+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 10:45

Итәғәтле кеше ине

Ҡарағай ауылында ғүмер иткән Әхмәҙулла Абдулла улы Шәрипов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм ауылдың абруйлы, бик һәйбәт, итәғәтле кешеһе ине. Уны хөрмәт итмәгән, яратмаған кеше булмағандыр, тип уйлайым. Хәҙер арабыҙҙа юҡ инде, күптән мәрхүм булды.

Әхмәҙулла бабай 1925 йылдың 14 декабрендә Мораҙ ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Ул ауыр тормош юлы үтә. 1943 йылдың август айында Бөйөк Ватан һуғышына китә. Һуғышта бик оҙаҡ йөрөргә тура килә уға, 1949 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтырға насип була. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ватан һуғышы ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ауылға иҫән-һау ҡайтҡас, Имәндәш ауылынан Гөлбаныу Бәхтейәр ҡыҙына өйләнеп, үҙ аллы донъя көтә башлайҙар. Әхмәҙулла бабай менән Гөлбаныу әбей 10 балаға ғүмер биреп, береһенән-береһе аҡыллы, һылыу ҡыҙ-улдар тәрбиәләп үҫтерҙеләр һәм һәр береһен уҡытып, оло тормош юлына сығарҙылар. Хәҙер инде балалары үҙҙәре олатай-өләсәйҙәр.
Әбей ҙә, бабай ҙа кеше өсөн бик һәйбәт, асыҡ күңелле, итәғәтле булдылар, йөҙҙәренән йылмайыу китмәне. Гөлбаныу әбейҙе иҫләйем, үҙе сибәр, мөләйем, гел йылмайып ҡына торған әбей ине, тик ғүмере ҡыҫҡа булды мәрхүмәнең. Үҙҙәренә оҡшап балалары ла яғымлы итеп һөйләшеп торалар, бик матур итеп ғүмер итәләр.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.
Читайте нас: