-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 14:50

“Өмөтлө ҡәләм”

14 апрель Красноусолдың 2-се мәктәбендә мәктәп уҡыусылары араһында шағирә Гөлнур Яҡупова призына “Табын” гәзите район мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған “Өмөтлө ҡәләм” ижади бәйгеһе үтте.

Сарала ҡәләм тирбәтеүсе йәш дуҫтарыбыҙ, уларҙың ижадын күреп, баһалаусы уҡытыусылары, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова, “Аманат” журналының бүлек мөдире Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, 2-се мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, район сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлоғилдина-Алтынбикә һәм башҡалар ҡатнашты. “Табын” район гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева сығыш яһап: “Киләсәктә “Өмөтлө ҡәләм”дәр күбәйһен, шиғырҙарығыҙ редакцияға килеп торһон”, - тип теләне.
Читайте нас: