+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 11:35

Йәш волейболсылар Ғафуриҙа йыйылды

1 апрелдән районыбыҙҙа ХХIII республика уҡыусылар Спартакиадаһының 2006 йылғы һәм унан бәләкәйерәк үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса финал этабы ярышы уҙғарылды.

Республиканың ун өс районы һәм ун ҡалаһынан 23 команда “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, Красноусолдағы 1-се мәктәп, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты спорт залдарында көс һынашты. “Ауыл” командаларының ҡыҙҙар төркөмөндә Дыуан, Бөрйән, Краснокама, Благовар, Асҡын һәм Мәләүез райондары, ә беҙҙең үҫмер егеттәр йыйылма командаһының дәғүәселәре булып Баҡалы, Йәрмәкәй, Дыуан, Стәрлебаш һәм Балтас райондары торҙо. Беҙҙең һәм Дыуан районынан ғына икешәр команда - егеттәр һәм ҡыҙҙар төркөмдәре бар ине.
Туймазы, Учалы, Салауат, Нефтекама, Өфө, Сибай һәм Мәләүез ҡалалары волейболсылары айырым көс һынашты.
Ғафури районы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге мәртәбәле республика уҡыусылар спартакиадаһына юғары әҙерлек тәьмин иткәндәр. Һәр ваҡыттағыса, сараны тантаналы асыу теҙелеп, Рәсәй һәм Башҡортостан гимнын тыңлауҙан башланды. Был сараны тантаналы асыуҙа мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, Башҡортостан Республикаһының уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервы әҙерләү идаралығы директоры Марсель Жәлил улы Йосопов ҡатнашты һәм сығыш яһап, йәш волейболсыларға уңыштар, турнирҙа һәйбәт һөҙөмтәләргә ирешеүҙәрен теләнеләр.
Баштан уҡ уйын көсөргәнешле барҙы. Беҙҙең район уҡыусыларының үҫмерҙәр командаһы тренер Рафаэль Юлмөхәмәтов етәкселегендә Йәрмәкәй районы командаһын беренсе партияла еңгән ине, әммә һуңғы ике
уйында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көсөргәнешле уйнаһалар ҙа еңелделәр. Матч йома көндө тантаналы асыуҙан һуң булды.
Ғафури районының ҡыҙҙар йыйылма командаһы тренерҙары Вил Үтәғолов һәм гимназияның физкультура уҡытыусыһы Рәшит Сөләймәнов етәкселегендә үҙҙәренең старт уйынын Дыуан районы йыйылма командаһы менән башланы. Беренсе партияла 26:22 иҫәбенә еңелеп торһалар ҙа, һуңынан хәл иткес партияла ҡаршы команданы 16:10 иҫәбе менән еңделәр. Тыуған ерҙең һауаһы ла килешә, тигәндәй, уйындың үҙ ерлектә үтеүе лә үҙҙәрен ышаныслы тоторға ярҙам иткәндер, бәлки.
Артабан турнир ваҡытында ҡыҙҙар Благовар һәм Краснокама райондары командаһы менән көс һынашты һәм беренсе урынға сыҡтылар. Иң аҙаҡтан Мәләүез районының көслө командаһы менән тупты сетка аша оҙаҡ һауала осороп йөрөткәндән һуң, беҙҙең ҡыҙҙар йомшаҡлыҡ күрһәтте һәм чемпион булырға саҡ ҡына етмәне. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙың волейболсылары республика уҡыусылар спартакиадаһында көмөш миҙал яулауға иреште. Был баһа менән ғорурланырға була!
Туп уйынында тактик күнекмәләр аша юғары оҫталыҡ күрһәтеүгә өлгәшкән беҙҙең үҫмерҙәр ауыл райондары төркөмөндә дүртенсе урын алды, республика турниры сиктәрендә был һәйбәт күрһәткес. Сәмләшеп уйнаған районыбыҙ командаһы ҡыҙҙары һәм егеттәренә “афарин” тиергә генә ҡала.
Волейбол ярышы күңелле һәм сәмле барҙы. Тап Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында районыбыҙ ерлегендә ошондай спорт ярыштары үтеп тороуы тағы ла әһәмиәтле. Үҙебеҙҙең көстө һынап ҡарарға, ниндәй алымды ҡайһы ваҡытта ҡулланырға тәжрибә тупларға ла был спартакиада район волейболсылары өсөн бик файҙалы булды.

Читайте нас: