+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 15:00

Яҡташ әҙип менән осрашыу

Кесе йома – 15 апрель көнө Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың юбилейына ҡарата Осрашыу кисәһе үтте.

Был сараға әҙиптең ижадташ дуҫтары Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәров, юбилярҙың улы Йәдкәр, тәүге уҡытыусыһы Әлфиә Рамазан ҡыҙы Фәйзуллина килгәйне. Осрашыу йәнле һәм файҙалы булды, ҡунаҡ яҙыусыларҙың сығышы, уларҙың шиғырҙарын уҡыусыларҙың матур итеп ятҡа һөйләүе, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова барыһына мәртәбәле осрашыу өсөн рәхмәт әйтеп, ошондай сараның уҡыусылар өсөн әһәмиәтен дә әйтеп үтте.
Читайте нас: