-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
16 Апрель 2021, 14:50

Районда туризмды үҫтереү - көнүҙәк мәсьәлә

Районыбыҙ үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып тора һәм туризмды үҫтереүгә лә мөмкинлектәр бик күп, һәр мөйөшө туристарҙы үҙенә йәлеп итерлек тиһәң дә була. Ошо маҡсатта 7 апрель муниципаль район хакимиәтендә “Ғафури районында туризмды үҫтереү” тип аталған семинар-кәңәшмә үтте.

Осрашыу район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовтың сығышы менән башланды. Ул туризм өлкәһендәге башҡарылған эштәр, 2021 йылға пландар тураһында һөйләп үтте. Семинар-кәңәшмәнең ҡунағы “Торатау” геопаркы директоры Айнур Шамил улы Самановтың Ғафури районы территорияһында “Торатау” геопаркының үҫеше хаҡында видеояҙма ҡулланып һөйләгән сығышы ла ҡыҙыҡлы булды. Район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Рәмил Рафаил улы Әхмәтов туризм өлкәһендә субъекттарға финанс һәм милек ярҙамы тураһында аңлайышлы итеп, тулы мәғлүмәттәр килтереп һөйләне. Ғафури районы буйынса БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының территориаль бүлеге баш белгес-эксперты Лилиә Рауфан ҡыҙы Никифорованың сығышы туризм өсөн ерҙәрҙе арендаға биреү, файҙаланыу хаҡында барҙы.
Районыбыҙҙың “Еҙем” тәбиғәт паркы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт паркы статусы алғас, үҙгәреш кисерҙе. Уның начальнигы Азамат Ибәтуллин ял итергә килеүселәргә ниндәй маршруттар тәҡдим ителеүе, бында килгән һәр кемдән ҡағиҙәләргә буйһоноу, объекттарҙа билдәләнгән тәртипте һаҡларға кәрәклеген, әлбиттә, бының өсөн финанс ярҙам кәрәклеген, “Еҙем”дә шулай уҡ урман юлдарын һалыу һәм электән булған юлдарҙы тергеҙеү кәрәклеген дә әйтеп китте. “Ғафуриҙа экологик-туристик эшмәкәрлектең нигеҙе булып Еҙем йылғаһы тора. Еҙем буйлап кәмәләрҙә, катамарандарҙа ағып төшөргә теләүселәр йылдан-йыл арта. Ошо йылғанан киләсәк быуындар ҙа услап һыу алып эсерлек булһын өсөн бысратыуға юл ҡуймайыҡ”, - тип тә өҫтәне ул.
Районда 2020 йылда туризмды үҫтереүгә булышлыҡ иткән бер төркөм эшҡыуарҙарға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Иң аҙаҡтан һорау-яуап кеүек һөйләшеү ҙә уҙғарылды. Шәхси эшҡыуарҙар биргән күпселек һорауҙар республиканың Айы-
рыуса һаҡланыусы тәбиғәт территориялары директоры урынбаҫары Эдуард Нафиҡ улы Талипов һәм “Еҙем” тәбиғәт паркы начальнигы исеменә булды. Һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға тулы яуап алып, туризм йүнәлеше буйынса тәжрибә уртаҡлаштылар, кәңәшләштеләр, был тәңгәлдә эшләнәһе эштәр күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үттеләр.
Үҙең асыҡ һауала булһаң да, тәртипле ял итә бел - был фекер семинар-кәңәшмәлә ҡыҙыл еп булып үтте. Эйе, районыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәте “ҡырағай” туристарҙы үҙенә тарта, шуға ял итергә килгән һәр кем ҡағиҙәләргә буйһоноп, талаптарҙы үтәргә лә тейештер. Семинар-кәңәшмә урынлы һәм файҙалы үтте.
Читайте нас: