+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 16:40

Сыбар таҡталар үҙенә тарта Ҡауарҙыла “Шахмат фестивале” үтте

3 апрелдә районыбыҙҙың иң көслө шахматсылар төйәге булып һаналған төньяҡ зонала сираттағы “Шахмат фестивале” булып үтте. Традиция буйынса хәҙер инде 30 йылға яҡын Ҡауарҙы ауылында үткәрелә ул. Был сара пандемия сәбәпле үткән йыл үткәрелмәгәйне. Быйылғыһы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы сиктәрендә Ҡауарҙы урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Сабир Исхаҡовтың тырышлығы менән 4 команда араһында турнир рәүешендә булды. Сәйетбаба, Имәндәш һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәләре командаларына Архангел районының иң көслө шахматсыларынан торған командаһы ла ҡушылды.

Ярыштың тәүге өлөшө командалар араһында булып, 1-се урынды ҡауарҙылар, 2-сене – имәндәштәр, 3-сө урынды Архангел командаһы алды, сәйетбабаларға 4-се урын менән сикләнергә тура килде. Сараның икенсе өлөшөндә блиц-турнир уҙғарылды. Бында инде шахматсылар дәғүәсеһен оторға тейеш. Көсөргәнешле ярышта Сабир Исхаҡов – 1-се, Салауат Түзбәков – 2-се, Архангел шахматсыһы Юлай Мәжитов (тамырҙары менән беҙҙең райондан) 3-сө урынды яуланы. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, тренеры Сабир Исхаҡов булған Ҡауарҙы командаһы йәш шахматсыларҙан тороуына ҡарамаҫтан, һәйбәт һөҙөмтә күрһәтте.
Фестивалде үткәреүселәр еңеүсе командаларҙы Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнеләр, аш-һыу әҙерләп, барыһын да тәмле аштары менән һыйланылар. Ярышта ҡатнашыусылар уны ойоштороп үткәреүсегә, мәктәп директорына, бағыусыларға, ашнаҡсыларға рәхмәтле булып, ҡәнәғәт ҡалып таралышты.
Салауат ТҮЗБӘКОВ.
Имәндәш ауылы.
Читайте нас: