-Хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы 1 апрелдә башланып, 15 июлдә тамамланасаҡ. 18-ҙән 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәр хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Быйылғы саҡырылышта 2003 йылғы, шулай уҡ 1994 йылдан алып хеҙмәте кисектерелә килгән егеттәр хеҙмәткә алына. Хәрби хеҙмәт Ҡораллы Көстәрҙең ниндәй төрө йәки ниндәй ғәскәр булыуына ҡарамаҫтан, оҙайлылығы - 12 ай тәшкил итә. Был срок хәрби хеҙмәткә саҡырылыусының йыйылыу пунктына килгән һәм званиеға эйә булған көндән алып иҫәпләнә. Һуңғыһы хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға саҡырылған биләмә округында ғәскәр менән командалыҡ итеүсенең бойороғона ярашлы бирелә.
Быйылғы яҙғы хәрби хеҙмәткә саҡырылышта районыбыҙҙан 83 егетте һалдат сафына оҙатыу планлаштырыла. Был тәңгәлдә проблемалар булмаҫ, тип уйлайбыҙ. Тәүге партияны апрель аҙаҡтарында оҙатыу күҙаллана. Улар Рәсәйҙең барлыҡ хәрби округтарын, атап әйткәндә, флотты, элиталы подразделение – махсус тәғәйенләнештәге милли гвардия ғәскәрҙәрен, ракета һәм башҡа ғәскәрҙәрҙе тулыландырасаҡ. Дөйөм алғанда, барыһы ла хеҙмәткә саҡырылыусының физик мөмкинлектәренән, һәләтенән, медицина тикшереүе һәм әңгәмәләшеү һөҙөмтәләренән тора.
Әлеге мәлдә хеҙмәткә саҡырылыусылар ҙур булмаған төркөмдәр менән медицина тикшереүе үтә. Тикшереүҙе Красноусол үҙәк район дауаханаһы табип-белгестәре – терапевт, хирург, невропатолог, психиатр, окулист, оториноларинголог, стоматологтар уҙғара, кәрәк булғанда, башҡа белгес табиптар ҙа йәлеп ителә. Хеҙмәткә алыныу-сылар медкомиссия һәм профессиональ психологик һайлап алыуы аша үтергә, шулай уҡ призыв комиссияһының ултырышына килергә тейеш. Артабан уларға хәрби комиссариат повесткаһы буйынса билдәләнгән көнгә һәм ваҡытҡа хәрби хеҙмәткә оҙатылыу буйынса тәғәйенләнгән урынға килеү шарт.
Пандемия сәбәпле, хәрби комиссариатҡа һәм йыйылыу пунктына килгән барлыҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға термометрия үткәрелә. Унда бактерицидлы лампалар һәм шәхси һаҡланыу саралары (медицина битлектәре һәм бирсәткәләр) ҡулланыла. Уларҙы саҡырыу һәм йыйылыу урындарына йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән автотранспорт махсус дезинфекция эшкәртеүе үтә.
Бынан тыш, йыйылыу пунктында һалдатҡа алыныусылар һәм хәрби часть вәкилдәре коронавирус инфекцияһына экспресс-тест үтә. Инфекция таралыуын булдырмаҫ өсөн хәрби хеҙмәткә алыныусылар йыйылыу пунктынан китеп хәрби частарға барып еткәнсе медицина битлектәре һәм дезинфекция саралары менән тәьмин ителә. Хәрби часҡа барып еткәс иһә улар 14 тәүлек карантинда булырға тейеш. Әгәр ҙә хеҙмәткә саҡырылыусыла коронавирус табыла ҡалһа, ул махсус транспортта (“Ашығыс ярҙам” машинаһы) дауаханаға оҙатылып, уға тейешле ярҙам күрһәтелә.
Әгәр ҙә гражданин ниндәй ҙә булһа сәбәп менән хәрби комиссариат повесткаһы буйынса килә алмай икән, бары тик ғәфү итерлек сәбәп кенә иҫәпкә алына, атап әйткәндә, үҙенең сәләмәтлек торошонда проблема булып, эшкә һәләтлелеген юғалтһа, йәки атай-әсәһе, яҡындары сирләп китһә, имтихан тапшырһа һәм башҡа осраҡтарҙа уны документ менән раҫларға тейеш.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтергә кәрәк, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың ата-әсәләре тыныс булһын, егеттәр “ҡыҙыу нөктәләр”гә хеҙмәткә ебәрелмәйәсәк.