+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
18 Апрель 2021, 13:50

Ҡомартҡылар серен юллағанда...

Быйыл июль айында Башҡортостаныбыҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итә. Донъяның төрлө илдәренән бик күп делегациялар килеүе көтөлә. Был етди ваҡиғаға әҙерлек эштәре бара ла инде. Беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәр саҡ халыҡ менән һәм халыҡ өсөн эшләүсе һөнәрмәндәр булараҡ, бар яҡтан да белекле булырға тейешбеҙ. Ә үҙебеҙҙең ерлегебеҙ, кейемебеҙ тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн Табын ырыуы башҡорттарының милли кейемдәре һәм биҙәнеү әйберҙәренә арналған семинар шул маҡсатта ойошторолдо. Районыбыҙҙың ауылдарынан мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, Сәйетбаба ауылы оҫталары һәм ҡунаҡтар саҡырылғайны.
Мәҙәниәт йортона килеп кереү менән, ижади, тарихи бер мөхиткә сумаһың. Оло-оло апайҙар үҙҙәренең матур ҡул эштәренән, ғаилә ҡомартҡыларынан күргәҙмә ойошторған ине. Сәйетбабаның данлыҡлы оҫталары Рабиға Йәрмиева, Зөбәйҙә Һөйөндөкова, Мәрүәр Сабитова постсовет осоронда тәүгеләрҙән булып милли кейемде тергеҙеүселәр булып торалар.
Семинар районыбыҙҙа ғына түгел, сит төбәктәрҙә лә танылыу яулаған “Асанай” фольклор ансамбленең сығышы менән башланып китте. Табын ырыуы башҡорттарының милли кейемдәрен сәхнә костюмы рәүешендә күреү ошо төбәккә генә хас кейемдәрҙе күҙалларға ярҙам итте. Был костюмдарҙы тектереүҙә Рәйлә Сабитованың өлөшө ҙур. Интернетта соҡоноп, этнографик яҙмаларға таянып, боронғо фотоларҙы өйрәнеп, ерле материалды туплап, ул Табын ырыуы башҡорттарының кейемдәренә ярашлы эскиздар эшләгән. Ансамблдән тыш, шәхсән үҙенә лә тегеп алған, республика “Тамға” конкурсында ла ҡатнашҡан.
Был турала ул үҙенең мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы сығышында тәфсирләп һөйләне, һөйләп кенә ҡалманы, уларҙың һүрәттәре ҙур экранда ла күрһәтелә барҙы. Сығыш барышында Рәйләнең ни ҡәҙәр үҙ халҡының тарихына, биҙәнеү әйберҙәренә, кейем деталдәренә иғтибарлы, һаҡсыл ҡарауы күренде. Табын ырыуы һаҡалы үҙенсәлектәре һәм кесе табындарҙың һаҡал биҙәүҙә айырмалар хаҡында, хәситә, тик табын ырыуына ғына хас булған муйын биҙәүестәре теркәмә һәм теркәмә һырға тураһында, күлдәк-камзулдарҙың дөрөҫ беселеше хаҡында ла бай мәғлүмәт бирҙе ул. Был ҙур хеҙмәт, бер-ике ай эсендә генә түгел, йылдар буйы күҙәтеүҙәре, өйрәнеүе һөҙөмтәһе лә, тип уйлайым. Уның ошо идеяларын хуплап торған Сәйетбаба мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә бик афариндар.
Борон-борондан милли кейемдәр, тәбиғи туҡымаларҙан тегелеп, кешенең сәләмәтлегенә файҙа килтергән. Биҙәүестәр ҙә халыҡтың тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан, биҙәү ролен генә үтәмәгән, ә зыян-зәхмәттән һаҡлаусы ла булып торған. Һаҡал биҙәүҙә ҡулланылған көмөш, мәрйен, аҡыҡ, мәрүәт - һәр береһе башҡорт халыҡ дауалау саралары ла икән.
Күмертау ҡалаһынан килгән “Семәр” оҫталыҡ студияһы етәксеһе Әлфиә Рәис ҡыҙы Дәүләтшинаның сығышы ла бик йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы булды. Ул күп конкурстарҙа, төрлө проекттарҙа ҡатнашып, дипломдар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән, ҡала мөхитендә башҡорт милли кейемен пропагандалай. Әлфиә Рәис ҡыҙы дөйөм башҡорт биҙәүестәре (яға, селтәр, мең һаҡалы, муйынса) хаҡында һөйләне, һаҡал, селтәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Семинарға килгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бик теләп яңы һөнәр үҙләштерҙеләр. Сәйетбаба ауылы оҫталары ла үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашты, кәңәштәре менән ярҙам итеп торҙо. Иң тулҡынландырғысы - сарала борондан һаҡланып, ҡомартҡы рәүешендә беҙҙең быуынға килеп еткән ысын һаҡалдарҙы күреү булғандыр.
Таңһылыу ханым Ғәлиәхмәтова менән Нәжибә Һөйөндөкова үҙҙәренең өләсәләренән ҡалған ғаилә ҡомартҡыһы булған һаҡалдар алып килгән ине. Уларҙың быуаттан ашыу тарихы бар! Боронғо батша тәңкәләренән, ысын мәрйен, аҡыҡ ҡашлы сулпылар менән биҙәлгән һаҡалдар бик ауыр һәм һиммәтле. Быуындан-быуынға күсә килгән был һаҡалдарҙы ҡәҙерләп һаҡлайҙар, артабан да тәләфләмәй йәш быуынға ҡалдырмаҡсылар.
Семинарға килеп еткән район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Р.Р.Аҡҡужин, уның урынбаҫарҙары ҡул эштәре менән таныштылар. Фольклориада алдынан уның бик әһәмиәтле сара булыуын билдәләнеләр һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә, Рәйлә Сабитоваға, килгән ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙеләр.
“Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр күр”, тигәнде иҫтә тотоп килгән ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә бик ҡәнәғәт, рәхмәтле булып таралдылар. Тағын шуныһы ла бик уңайлы булды: район мәҙәниәт һарайынан яңы йылы автобуста Сәйетбабаға Марат Фәрүәз улы алып барып ҡайтты. Барыһы өсөн дә һәммәгеҙгә лә ҙур рәхмәт әйтәбеҙ.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.
Читайте нас: