- Бөгөн район район-ара Мәшғүллек үҙәге коллективы 11 кешене (хеҙмәт буйынса белгес, техник персонал менән бергә) берләштерә. Төп хеҙмәткәрҙәр һыналған, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән, тәжрибәлеләр. Беҙҙең хеҙмәттә белгестәр Венера Әхмәт ҡыҙы Шәрипҡолова иң ҙур – 13 йыл хеҙмәт стажына эйә, Регина Рәжәп ҡыҙы Усанова – 11, Лилиә Тәлғәт ҡыҙы Камалетдинова 9 йыл эшләй. Владимир Николаевич Петров – 6, Галина Викторовна Малых – 3, Риф Раян улы Ҡотлобулатов (хеҙмәт буйынса белгес), Регина Салауат ҡыҙы Ғәйнуллина, Римма Рәйес ҡыҙы Кәримова берәр йыл хеҙмәт стажына эйә. Зөлфиә Хәмзә ҡыҙы Кинйәкәйева менән Татьяна Юрьевна Клёнова 2017 йылдан алып эшләй.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында эшһеҙ ҡалып, эш эҙләүсе ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. 2020 йылда бөтөн донъяны ялмап алған пандемия һөҙөмтәһендә күп кенә ғаиләләр социаль-иҡтисади ауырлыҡҡа, шул иҫәптән эш хаҡтарын һәм хеҙмәт урындарын юғалтыуға, дусар булды. Был мәлдә Мәшғүллек үҙәгенә бер ваҡытта ла булмағанса - 1800 кеше мөрәжәғәт итте. 1720-һе эшһеҙ тип табылды. Уларға пандемия осоронда юғары кимәлдә пособиелар түләнде һәм ғаиләлә бәлиғ булмаған балаһы булғанда һәр балаға өсәр мең һум күләмендә пособие алды. Уҙған йылда 679 кеше, шул иҫәптән 150 бәлиғ булмағандар, эшкә урынлаштырылды. 70 граждан йәмәғәт эшендә ҡатнашты. Бөгөнгө көндә иҫәптә торған эшһеҙҙәр һаны 630 кеше иҫәпләнә.
Эшһеҙ ҡалған граждандарҙы ҡайтанан яңы һөнәрҙәргә уҡыу курс-тарына йүнәлтәбеҙ. 2020 йылда төркөмдәр йыйып, ашнаҡсы, икмәк бешереүсе, һаҡсы кеүек һөнәр эйәләренә, шулай уҡ яңы һөнәрҙәргә ҡайтанан уҡыу курстары ойошторолдо. Быйыл иһә районыбыҙҙың хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙаланылған маникюр һөнәре курстарын үтеү өсөн төркөм йыя башларға планлаштырабыҙ.
Хеҙмәттәштәремде Рәсәй Федерацияһы Мәшғүллек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрик-ләйем, иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, күтәренке кәйеф теләйем.