-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
20 Апрель 2021, 09:45

Маҡсатыбыҙ - бер төптән эшләү

21 апрель – Урындағы үҙидара көнө. Ауыл биләмәһе хакимиәте – урындағы халыҡтың йәшәү кимәлен тәьмин итеүсе орган. Бөгөн ауыл биләмәләрендә ниндәй проблемалар бар һәм улар нисек хәл ителә? Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Данил НАСИРОВ менән әңгәмәбеҙ урындағы үҙидараның эшмәкәрлеге тураһында барҙы.

-Данил Фәрүәз улы, Һеҙ өс – Ҡурғашлы, Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән ауылдарын берләштергән Ташбүкән ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында йыл ярым эшләйһегеҙ. Ауыл биләмәһендә урындағы үҙидара эше нисек ойошторолған?
- Эшмәкәрлегебеҙ “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың төп принциптары тураһында” 131-се Федераль законға ярашлы алып барыла. Биләмәлә урындағы үҙидараны атҡарыуҙың башында ауыл Советы тора. Ауыл Советында ҡабул ителгән ҡарарҙар, хоҡуҡи-норматив акттар башҡарма власть – ауыл хакимиәте кимәлендә ғәмәлгә ашырыла. Хакимиәттең эшмәкәрлеге ауыл старосталары, урындағы йәмәғәт ойошмалары менән берлектә алып барыла. Ауыл старосталары власть менән халыҡ араһында бәйләнеш булдырыу эшен уңышлы үтәйҙәр. Был йәһәттән Ҡурғашлы ауылы старостаһы Илдус Иҙрис улы Заһиҙуллинды (үҙе клуб мөдире лә) билдәләп үтергә кәрәк. Ауыл биләмәһе эшендә шулай уҡ мәҙәниәт, китапхана, почта хеҙмәткәрҙәре әүҙемлектәре менән айырыла. Тап уларҙың тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән ауылдарҙа ҙур эштәр башҡарыла, барлыҡ саралар ҙа уларҙың ярҙамы менән үтә. Ауылдарҙы төҙөкләндереү һәм тәртипкә килтереү, йәшелләндереү буйынса эштәр – шәмбе өмәләре бара. Бөгөн ошо һәм башҡа төрлө кимәлдәге саралар халыҡ менән берҙәм рәүештә эшләнә. Былтыр “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашып, тирә-яҡты йәшелләндереп, обелискылар, мәктәп биләмәләрендә ағас үҫентеләре ултыртылды.
Йәмәғәт ойошмалары менән берлектә имен булмаған ғаиләләрҙә, яңғыҙ йәшәгән оло йәштәге кешеләрҙә, пенсионерҙар янында булып, уларҙың проблемаларын бергәләп хәл итергә тырышабыҙ. Һәр ауылда өй беренсә йөрөп янғын хәүефһеҙлеге, янғын иҫкәрткестәренең көйлө эшләүе буйынса профилактик эштәр, әңгәмәләр алып барыла. Биләмә буйынса 248 йорттоң 150-һендә (60%) янғын иҫкәрткестәр урынлаштырылды. Әлеге яҙғы ташҡын мәлендә балалары булған ғаиләләрҙә булып, памяткалар таратылды, инструктаж үткәрелде.
- Урындағы үҙидараның төп маҡсаты биләмә халҡының тормош сифатын яҡшыртыу, уңайлы шарттар булдырыу һәм йәшәйеш кимәлен күтәреү тора. Был йәһәттән һеҙҙең биләмәлә урындағы халыҡ өсөн ниндәй эштәр башҡарылды?
- Ауыл биләмәһенә килгән һәр кем тәү сиратта уның таҙалығына, юлдарҙың төҙөклөгөнә, ауыл урамдарының төндә лә балҡып ултырыуына һәм йорт-ихаталарҙың тышҡы күренешенә иғтибар итә.
Былтыр ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Ҡурғашлы ауылында урамдар араһындағы 800 метр арауыҡтағы юлдар күтәртелде. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаны маҡсатлы файҙаланып, өс ауылдың урамдарын төндә яҡтыртыу өсөн 20 фонарь ҡуйылды, 10 яҡтыртҡыс ремонтланды. Ҡурғашлы ауылында – ике, Түбәнге Ташбүкәндә бер ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн контейнер майҙансыҡтары эшләнеп, ҡапҡа ҡуйылды, 9 контейнер һатып алынды, майҙансыҡтарға юл һалынды, Үрге һәм Түбәнге Ташбүкән ауылдарындағы мәсет биләмәләре ҡоймаланды, обелискылар евроштакетниктар менән уратып алынды, Ҡурғашлы ауылында күпер йүнәтелде.
2020 йылда Ҡурғашлы ауылындағы мәктәп бинаһы үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, ауыл хакимиәтен, клуб, медпункт, почта, китапхана, музей, башланғыс мәктәпте, участка уполномоченныйы кабинетын, (бильярд уйнау бүлмәһе лә бар), үҙ эсенә алған социаль-мәҙәни үҙәк асылыуы төбәк халҡы өсөн һөйөнөслө ваҡиға булды. Шулай уҡ былтыр ауыл биләмәһе өсөн иң ҙур проблема хәл ителде – Түбәнге Ташбүкән ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты үҙ ишектәрен асты. Ниһайәт, май айында медицина хеҙмәткәре Рәфилә Сарсынбаеваның эш башлауы көтөлә. Былтыр ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн тотонолған булһа ла “ДТ-75” тракторлы булдыҡ. Әлеге мәлдә уны ремонтлау эштәре бара. Өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүҙә һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа рәхмәтлебеҙ.
- Биләмәлә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә барҙыр...
-Бөгөн эскелек иң актуаль мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Суррогат араҡы һатыусыларға ҡаршы, хәмер менән дуҫлашыусылар менән урындарҙа эш алып барабыҙ. Участка уполномоченныйы А.Костин менән берлектә рейдтарға сығып, ундайҙар менән күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеүҙәр алып барыла. Былтыр ошо афәттән бөтөнләй ҡотолоу уйы менән Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсының муниципаль этабында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
- Пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине.
- Биләмәлә көнүҙәк проблемалар ҙа етерлек. Ауылдарыбыҙҙа магазин, клуб, обелискылар тирәһен матурлау, ауыл эсендәге юлдарҙы төҙөкләндереү һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Төбәк халҡы йәй көндәре күп һанлы еңел машиналарҙың елдереүенән ауыл урамдарында саң болото хасил булыуына зарлана. Киләсәктә үҙәк урамдарға асфальт һалыу, йәнә ике ауылға һыу үткәргестәр һуҙыу, ауылдарға газ уҙғарыу ҙа – күптән өлгөрөп еткән мәсьәләләр.
Артабан да төҙөкләндереү эштәрен дауам итеп, ағымдағы йылда был йәһәттән алдыбыҙға пландар алдыҡ. “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының “Аныҡ эштәр” проекты буйынса Түбәнге Ташбүкән ауылындағы мәктәп биләмәһен ҡоймалап алырға планлаштырабыҙ. Шулай уҡ был ауылдағы Салауат Юлаев, Гагарин урамдары юлдарын төҙөкләндереү, ҡоймалай башланған ауыл зыяратында эштәрҙе теүәлләү күҙаллана. Финанс мөмкинлектәренән сығып Ҡурғашлыла З.Вәлиди, ә Үҙәк урам юлын өлөшләтә төҙөкләндереү планлаштырыла. Янғын һүндереү автомашинаһы өсөн йылы бокс төҙөп ҡуйыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәләләрҙең береһе. Шулай уҡ Түбәнге Ташбүкән ауылындағы мәктәп бинаһында клуб, китапхана, музейҙы бер ҡыйыҡ аҫтына урынлаштырыу пландары менән янып йәшәйбеҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашып, еңеп сыҡҡанда, өр-яңы трактор һатып алырға ла планлаштырабыҙ.
- Урындағы үҙидара көнө уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Башта Ташбүкән ауыл хакимиәтендә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙ Вафир Зәбир улы Мөхәмәтшинды, Нәғимә Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтйәнова, Гөлшат Шәрифулла ҡыҙы Булатованы ҙур хөрмәт менән билдәләп үтергә теләйем. Форсаттан файҙаланып, хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, ауыл хакимиәтенең бөгөнгө хеҙмәткәрҙәре - коллегаларымды, депутаттарҙы, старосталарҙы, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәрен Урындағы үҙидара көнө айҡанлы ҡотлайым. Ҙур уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, бер төптән булып, ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүебеҙҙе теләйем.
-Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ һәм артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: