+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 10:15

Гимназистар рухи күтәренкелек бүләк иттеләр

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында балаларға белем, тәрбиә биреү менән бер рәттән сәнғәткә лә һөйөү үҫтерәләр. Бында айырыуса бейеү, вокал буйынса түңәрәктәр әүҙем эшләп, үҙ һөҙөмтәләрен дә бирә. Гимназияның йыллыҡ отчет концертын ҙурлап үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән.

22 апрель көнө Район мәҙәниәт һарайында сәхнәгә 400-ҙән артыҡ бала сыҡты һәм тик бер йыл эсендә ҡуйылған йыр һәм бейеү номерҙарын тамашасыларға күрһәттеләр. Һәр сығыш алҡыштарға күмелеп, тамашасылар дәрт һәм дарман алып таралышты был концерттан.
Читайте нас: