Бындай дәүләт ярҙамына субсидия Диана менән Рөстәм Садиҡовтарҙың йәш ғаиләһенә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” федераль дәүләт программаһының “Граждандарҙы торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү менән тәьмин итеү буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеү” ведомство маҡсатлы программаһына ярашлы тапшырылды. Программа Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан тормошҡа ашырыла.
- Республика Хөкүмәте, район хакимиәте исеменән торлаҡ сертификаты тапшырабыҙ һәм ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һеҙ сиратта тороп, был бәхетле минуттарҙы көттөгөҙ. Субсидияны тотоноп, изгелеген күрергә, йортоғоҙҙо матур итеп төҙөп бөтөп, өй туйлап, унда иҫән-һау, шатланып йәшәргә яҙһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Фәнзил Фәйез улы. – Көҙгә эшен бөтөрөп, өй туйларға булһын. Аттарығыҙҙы 100 башҡа еткерергә яҙһын, - тип тә өҫтәне.
Садиҡовтар Ибраһим ауылында шлакоблоктан 10х11м ҙурлығындағы йорттарын төҙөп бөткәндәр, дәүләт ярҙамын эске эштәрен теүәлләүгә тотонасаҡтар. Ғаилә йылҡы малы һатып алып, крәҫтиән-фермер хужалығы менән шөғөлләнә, хужалыҡта уларҙың һаны - 25 баш иҫәпләнә.
Диана Илдар ҡыҙы менән Рөстәм Фәйез улының ғаиләһендә өс һылыу ҡыҙ Карина (11 йәш), Камилла (10), Радмилла (5) үҫә. Ғаиләгә теләк бер: йорт эштәрен тиҙ арала теүәлләп, өй туйларға яҙһын!