+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 10:45

Уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып

21 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы йыйылыш булып үтте. Унда муниципаль хеҙмәт ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәргә идара итеүселәре һәм белгестәре, депутаттар, старосталар, район хакимиәте һәм Советы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Йыйында урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдынғылар, әүҙемселәр һәм быйыл юбилейҙарын билдәләүсе муниципаль хеҙмәт ветерандары бүләкләнде. Район үҫешенә тос өлөш индергән, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә сафта ҡалған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып, йәштәргә өлгө булып торған бер төркөм ветерандарға оло тәжрибәләре һәм лайыҡлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерелде һәм сәскә гөлләмәләре бүләк ителде.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тантаналы сараға йыйылыусыларҙы Урындағы үҙидара көнө айҡанлы ҡотланы, уларҙың тынғыһыҙ, яуаплы эштәрендә уңыштар теләне. Һәм Фәнзил Фәйез улы бер төркөм алдынғыларҙы, үҙидара эшмәкәрлегендә, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыусыларҙы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Улар: Имәндәш ауыл Советы депутаты Айрат Айбатов, Табын ауыл биләмәһенең I категориялы белгесе Зинфера Фәтҡуллина, Сәйетбаба ауылы ветерандар советы рәйесе Мөхәмәтзакир Ишмырҙин, Уҫман ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Илһам Искәндәров, Красноусолдан күп фатирлы торлаҡ йорт старостаһы Татьяна Старицина, “Тандэшсем” сыуаш фольклор ансамбле етәксеһе Нина Матвеева, район хакимиәтенең техник хеҙмәткәре Любовь Агапова менән ҡарауылсы Салауат Монасипов, Ташлы ауыл биләмәһенең “Ташлинка” үҫеш фонды директоры Елена Флячинская - Маҡтау грамоталарына, хеҙмәттәшебеҙ – “Звезда” район гәзитенең бүлек мөдире Ринат Ҡәйүмов, Красноусол ауыл биләмәһенең хәрби-иҫәп өҫтәле белгесе Елена Вязовцева, Ташлы ауылынан әүҙемсе Ильяс Дауытов, Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенең “Березка” үҫеш фонды ойоштороусыһы Рәмзиә Насирова, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Фәнзил Фәйез улы шулай уҡ 2021 йылда юбилейҙарын билдәләгән муниципаль хеҙмәт ветерандары Светлана Мансур ҡыҙы Рәхимова, Сәлих Сәфиулла улы Йәрмөхәмәтов, Розалия Сәрүәретдин ҡыҙы Ғафарова, Рәйлә Сәмиғулла ҡыҙы Ишмөхәмәтова, Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, Шамил Насибулла улы Хәбибуллинды тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Артабан Ғафури район Советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдиновҡа һүҙ бирелеп, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да байрам менән тәбрикләне һәм йәнә бер төркөм алдынғыларға һәм әүҙемселәргә “Башҡортостан Республикаһы Муниципаль берәмектәр Советы” Ассоциацияһының Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡарағай ауылы старостаһы Фаил Байшөгөровты район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне.
Байрам сараһы йыр-моңға үрелеп барҙы. Ҡадир Ишбулдин, Юлай Аҙнағолов, Наталья Шәмсетдинова, Ирина Виноградова, Владислав Ларионов башҡарған йырҙар һәр кемгә байрам бүләге булды. Сарала ҡатнашыусылар һәм ветерандар үҙҙәрен матур кисәгә йыйып, күтәренке кәйеф бүләк иткәндәре өсөн рәхмәтле булып, ҡәнәғәт ҡалып таралышты.
Читайте нас: