+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 16:45

Йүкә урмандарын һаҡлайыҡ

Балды етмеш төрлө ауырыуға дауа, тиҙәр. Донъя кимәлендә башҡорт балының баһаһы юғары йөрөй. Шуға ла уны сит илдәрҙән һораусыларҙың йылдың-йылы арта барыуы һис тә ғәжәп түгел. Бигерәген урман-тау зонаһында етештерелгән йүкә балына эске баҙарҙа ла, шулай уҡ тышҡы баҙарҙа ла ихтыяж ҙур.

Башҡортостанда бал биреүсе 150-нән ашыу үҫемлек булып, хаҡлы рәүештә беренсе урында йүкә тора. Йүкә ағастары һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә тәүге урында килә. Йәмғеһе республикала 750 мең гектар самаһы йүкә урманы иҫәпләнә. Әлбиттә, был майҙан тотошлайы менән йүкә урманынан ғына тора тигәнде аңлатмай, ә имән, саған, йыла, уҫаҡ, ҡайын һәм башҡа ағастар менән аралашып үҫә.
Йүкә ағасы 20 йәштән сәскә ата башлай, ныҡлы бал биреүе 45–125 йәшкә тура килә. Сәскә атыу осоро июнь аҙағына, йә булмаһа июль башына тап килеп, 7-12 көн дауамынаса һуҙыла. Сәскә ата башлауы яҙҙың һәм йәйҙең нисек килеүенә ҡараһа, бал йыйыу арауығы урындағы рельефҡа бәйле. Тау битләүендә, ҡалҡыу урында иртәрәк, түбән ерҙә, соҡор-саҡырҙа һуңыраҡ сәскә ата. Бал йыйымы төрлө йылда төрлөсә булырға мөмкин. Бында климат шарттарының йоғонтоһо ла ҙур. 1 га йүкәнең урман майҙанының күпме өлөшөн биләүенә бәйле. Әгәр ҙә урман массивының 40%-ында йүкә үҫһә, гектарынан уртаса 240 кг тауар балы сыға, әгәр 70% булһа – 420 килограмм. Нектар бүленеп сығыу йүкә ағасының сифатына ла бәйле. Таҙа йүкә күберәк бал бирергә һәләтле. Сирле йүкәнең нектары ла әҙ була. Ундай йүкәләргә ҡорт та төшөп бармай. Йүкә 3-4 йылға бер тапҡыр һәйбәт бал бирә. Уҙған йылдарҙа йөҙ йәшлек таҙа йүкә сәскә атыу осоронда 20–30 кг бал бирергә мөмкин. Уртаса ғаилә көн яҡтыһында 5-10 кг, көслөләре 15-20 кг бал ташый ала. Тәжрибәле умартасыларҙың бал уңған йылдарҙа һәр умартанан 80-100-әр кг йүкә балы алған саҡтары булғылай.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа йүкә ағастарын күпләп киҫәләр. Буралар һәм таҡта өсөн тап 60–100 йәшлек таҙа үҙәкле йүкәләр һайлап алына. Ундай йүкәләр, ғәҙәттә, ҡалҡыу урындарҙа, тау битләүҙәрендә үҫә. Етмәһә, юлға, ауыл тирәһенә яҡын булыуы ла мөһим. Тау-урман зоналарында йәшәгән халыҡ, шулай уҡ умартасылар эшҡыуарҙарҙың сеймал өсөн тап шундай йүкәне һайлауҙарына зарлана. Йүкә ағасының (бигерәк тә күпләп нектар биргәндәренең) киҫелеүе бал етештереүҙе һиҙелерлек кәметә.
Был хаҡта Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы күптән түгел белдереү яһаны: “Умарталыҡтар эргәһендә йүкә ағастары ултыртыласаҡ, булған ағастарҙы киҫеү ҡәтғи тыйыласаҡ. Эшкәртеү өсөн тәү сиратта ҡартайған йә ауырыған йүкә генә биреләсәк. Тиҙҙән республикала йүкә питомнигы булдырыласаҡ. Унда йылына бер миллион самаһы йүкә сәсеп үҫтерергә иҫәп тоталар”.
Был белдереүҙе хуплайһы ғына ҡала. Йүкә урмандарын һаҡлайыҡ һәм үҫтерәйек. Йүкә урманы беҙҙең ярҙамға мохтаж.
Хәсән ҠОТОВ,
һәүәҫкәр умартасы, “Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты.
Читайте нас: