+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 17:45

Тарихҡа сәйәхәт Данлы геройыбыҙ хаҡында бик күп нәмәләр белдек

Март башында беҙҙең 6 “Б” класына Өфө ҡалаһында экскурсияла булыу бәхете тейҙе. Сәйәхәтте беҙгә Башҡортостан Республикаһы Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Дмитриевна Болычева ойошторҙо.

Тура М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына килеп етеүебеҙгә, беҙҙе Маргарита Дмитриевнаның ярҙамсыһы Ләйсән Раил ҡыҙы Ғәлиева ҡаршы алды һәм ул беҙгә театр музейын күрһәтеп сыҡты. Һуңынан театр буфетында иртәнге аш ашаныҡ.
Театрҙа “Ат уйнатып алдан бара” спектакле башланыуға М.Болычева үҙе лә килеп етте. Аралашып, һөйләшкәндә, Маргарита Дмитриевна беҙҙең өҫтәге милли биҙәүестәребеҙгә айырыуса һоҡланыуын белдерҙе, нисек уҡыуыбыҙ, гимназия тамамлаусыларҙың күпмеһенең юғары уҡыу йорттарына инеүе, артабан ниндәй ҡалаларҙа уҡыуы менән ҡыҙыҡһынды.
Спектакль мәшһүр яҡташыбыҙ – Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо һәм данлы хәрби эшмәкәрлеге тураһында ине. Сәхнәлә барған ваҡиғалар ваҡытында Шайморатовтың һәм уның яуҙаштарының фотолары ҙур экранда күрһәтелә барҙы. Тыуған ил өсөн башын һалған Герой хаҡында бик күп нәмәләр белдек.
Тамашанан һуң йәнә буфетҡа йүнәлдек, тәмле төшкө аш менән һыйландыҡ. Дәүләт комитеты вәкиле беҙҙең менән йылы хушлашты, беҙ ҙә матур осрашыу һәм хәйриә спектаклендә булыуыбыҙ өсөн рәхмәт белдерҙек.
Артабан беҙҙе Башҡортостан Республикаһының Милли музейы көтә ине, бында бушлай экскурсияны гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы ойошторҙо. Музейҙа ла йылы ҡаршыланылар, бер нисә залда экскурсия үткәрҙеләр. Тәү сиратта беҙҙе Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тарихы ҡыҙыҡһындыра ине. Башҡорт халҡының бөйөк улы хаҡында бик күп факттар белдек, милли батырыбыҙҙың фотоһүрәттәрен, документтарын, наградаларын, кейемдәрен ҡараныҡ.
Беҙҙе “Башҡортостан мәмерйәләре”, “Башҡортостан балыҡтары, ер-һыу йәнлектәре һәм һөйрәлеүселәре”, “Башҡортостан палеонтологияһы һәм файҙалы ҡаҙылмалары” тигән залдарҙа ла йөрөттөләр. Гимназиябыҙ ғорурлыҡ менән исемен йөрөткән Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың уҡыусыһы, БР Милли музейының археология бүлеге мөдире Рида Рәис ҡыҙы Русланова Башҡортостан археологияһы, Н.Мәжитов үткәргән ҡаҙыныу эштәре тураһында һөйләне. Бөйөк археологик ҡомартҡы - “Өфө II ҡаласығы” тураһында, атаҡлы яҡташыбыҙ уны асыусыларҙың, тикшереүселәрҙең береһе булыуы, ҡаласыҡты бик күп ҡала төҙөлөштәре аҫтында ҡалыуҙан һаҡлап ҡалыуы хаҡында әйтте.
Матур сәйәхәтебеҙҙе ойошторған, илһам биргән һәр кемгә: Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Г.М.Монасиповаға, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.З.Байдәүләтоваға, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесе М.Д.Болычеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Динара БОРХАНОВА,
тәрбиәсе.
Читайте нас: