-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
25 Апрель 2021, 14:45

Яҡтылыҡ биреүсе, ярҙам итеүсе көс ул - ижад

Тәбиғәттең илаһи бер мәлендә - бар тирә-йүн ҡарҙан әрселеп, шатланышып ҡоштар һайрашҡан, ҡояш йылы нурҙарын мул һирпкән апрель айының сыуаҡ бер көнөндә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптә мәктәп уҡыусылары араһында шағирә Гөлнур Яҡупова призына “Табын” гәзите район мәғариф бүлеге менән берлектә ойошторған “Өмөтлө ҡәләм” ижади бәйгеһе үтте. Сарала Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова, “Аманат” журналының бүлек мөдире Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡупова, район Советы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева, 2-се мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова, район сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ғәлим ҡыҙы Ҡотлогилдина-Алтынбикә, ҡәләм тирбәтеүсе йәш дуҫтарыбыҙ, уларҙың ижадын күреп баһалаусы уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.

Билдәле яҡташыбыҙ, шағирә, яҙыусы Гөлнур Яҡупованың һәләтле балаларҙы ваҡытында асыҡлау, уларҙа дәрт, өмөт сатҡылары уятыу маҡсатында тәҡдим иткән конкурсы быйыл 21-се тапҡыр уҙғарылды. “Өмөтлө ҡәләм”гә тип ебәрелгән ижади эштәр редакция папкаһына йыйылып, бик күптәре гәзит биттәрендә донъя күрҙе. Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ҡарап сыҡҡандан һуң, иң-иңдәре комиссия тарафынан ҡаралып, номинацияларға бүленде. Былтыр билдәле сәбәптәр арҡаһында был конкурстың йомғаҡлау өлөшө кисектерелеп, үткәрелмәй ҡалды. Шуға ла шиғырҙар ҙа байтаҡ йыйылғайны.
Барыһы ла түҙемһеҙлек менән көткән “Өмөтлө ҡәләм”дәрҙең байрамын мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов асып, ихлас теләктәрен еткерҙе.
- Уҡыусыларҙы тылсымлы шиғыр донъяһына әйҙәүсе, яҡташыбыҙ, башҡорт шағирәһе, яҙыусы, тәржемәсе, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт, Жәлил Кейекбаев, Муса Гәрәев премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Һеҙ: “Һәр бала күңелендә шиғыр ята”, - тип, үҙегеҙҙең арттан башҡаларға ла юл яраһығыҙ. Еңеүселәргә йыл һайын үҙегеҙҙең премияғыҙҙы тапшыраһығыҙ. Киләсәктә һеҙ һалған орлоҡтар шытып сығыр, билдәле яҙыусылар, шағирҙар күп булыр тигән өмөттәбеҙ, - тине ул.
Район Советы, Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов та “Өмөтлө ҡәләм”дә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, барыһына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе һәм районыбыҙҙа уҡыусы балаларҙа әҙәбиәткә, туған телгә, ижади эшкә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү, йәш ижадсыларҙың һәләтен үҫтереүҙә һәм осҡон ҡабыҙыуҙа илһамлы эшләгәндәре өсөн Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡуповаға, Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы Яҡуповаға, Табын урта дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙинаға, Игенйылға төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүлиҙә Миҙхәт ҡыҙы Мозафароваға, “Табын” гәзитенең яуаплы сәркәтибе Зифа Ғайсинаға район башҡорттары ҡоролтайы исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Был сараны алып барыусы 2-се мәктәп уҡытыусылары Аҡсәскә менән Аҡйондоҙ Ғәбдиевалар сығыш яһаусылар менән концерт номерҙарын да аралаштырып, йәнле итеп алып барҙылар. Залда ултырыусылар Красноусолдағы 2-се мәктәп уҡыусылары Лина Йомағолованың “Тирбәлә йыр күңелдә” йырын, Эльвина Йәрмөхәмәтованың “Башҡорт иле” шиғырын тасуири һөйләүен, 7-се класс ҡыҙҙары бейеүен, Линар Йомағоловтың - ҡурайҙа, Булат Ҡотлобаевтың баянда уйнауын һоҡланып тыңлап, ҡаранылар.
Өфө ҡалаһынан килгән хөрмәтле ҡунаҡ, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡупова үҙ сығышында “Өмөтлө ҡәләм”де һәр саҡ күҙәтә барыуын, күп шиғырҙарҙы телебеҙҙе, моңобоҙҙо, тарихыбыҙҙы, туған телебеҙҙе яҡтыртыусы “Аманат” журналында баҫтыра барыуҙарын әйтеп китте. Бынан 92 йыл элек “Пионер” исеме аҫтында сыҡҡан “Аманат” журналы беҙҙең барыбыҙға ла аманат булып тапшырылыуын әйтеп, барыбыҙҙы ла “Аманат”лы булырға саҡырҙы.
“Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева йыл һуҙымында бик күп шиғырҙарҙың гәзиттә донъя күреүен әйтеп китте, артабан да яҙышыусылар күп булыуын, бәйге йәшәһен, дауам итһен, тип теләне.
Гөлнур Яҡупова сығыш яһап, йәш ҡәләмдәштәренә: “Тәбиғәтте, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яратҡан ижадсылар булып үҫеп етерһегеҙ. Күңелдәрегеҙгә матурлыҡ орлоғо һалынған, был сәскә генә атасаҡ. Һеҙҙең арала буласаҡ төрлө һөнәр кешеләре ултыралыр, әммә ошо илһамлы эшегеҙ һәр тарафта ярҙам ғына итәсәк. Темалар киңәйгән, буш бер генә шиғыр ҙа күрмәнем. Шиғриәт емеше, ижад бар. Районыбыҙҙан бит утыҙға яҡын яҙыусы сыҡҡан, беҙҙең менән Ишембай, Ҡырмыҫҡалы райондары ғына ярыша ала. Күп тел белгән кеше бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Башҡорт телен һөйөүҙе, яратыуҙы башҡаларға ла йоҡтороғоҙ. Ҡәләм тирбәтеүҙе дауам итегеҙ, ташламағыҙ, ул ғүмер буйы юлдаш булһын. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙа яҡтылыҡ биреүсе, ярҙам итеүсе көс ул. “Өмөтлө ҡәләм” – матурлыҡты, дуҫлыҡты, әсәйгә, Тыуған илгә, тәбиғәткә булған мөхәббәтте йырлай торған ҡәләм бит ул. Мин һеҙгә беренсе китабығыҙҙы сығарышырға әҙер генә йөрөйөм, шул бәхет тәтер микән тип өмөтләнәм”, - тигән алтын һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Ул шулай уҡ “Өмөтлө ҡәләм”дең быйылғы төп еңеүселәре Сәйетбаба урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Малик Ишбулдинға (“Көт тә көт!” шиғыры), Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы Ләйсән Резбаеваға (“Ҡурҡаҡ ҡуян” шиғыры), Красноусолдағы 2-се мәктәптең 3-сө класс уҡыусыһы Гөлнур Ғәзизоваға (“Ҡояш ҡыҙы Ҡарһылыу” әкиәте) аҡсалата премия һәм махсус бүләктәрен, Дипломдар тапшырҙы.
“Өмөтлө ҡәләм”дә башлап ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә, ижад донъяһына ышаныслы аҙымдар яһап, ҡанаттарын нығытыусылар ҙа күп. Уҡыусыларҙың оҫталығы, маһирлығы ла артҡандан-арта бара. Уларҙың барыһы ла шағир булып китмәһә лә, киләсәктә фекере, телмәре үҫешкән, туған тел нескәлектәрен яҡшы аңлаған алдынғы шәхестәр булып үҫерҙәренә ышанабыҙ. Матур фекерҙәр бүләк иткән, һәләтле балаларҙы эҙләгән, уларҙың күңелдәрендә илһам ҡошо ҡундырған конкурс быйылға тамам, әммә был матур йола дауам итәсәк һәм яңыһы ишек ҡаға.
“Өмөтлө ҡәләм-2021” еңеүселәре
“Ғаиләм - ҡәлғәм” - Динара Хөснөтдинова, Табын мәктәбе, 9-сы класс.
“Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” - Зарина Вәлиева, Сәйетбаба мәктәбе, 6-сы класс.
“Тәбиғәттең һәр миҙгеле аҫыл” - Булат Шәйәхмәтов, 2-се мәктәп, 8-се класс.
“Тәҙрәм төбө гөл генә...” - Әминә Әйүпова, Яңғыҙҡайын мәктәбе, 6-сы класс.
“Йәнлектәр донъяһы” - Диана Кәлимуллина, КБГИ, 3-сө класс.
“Ҡобайыр” - Алтынай Ғәйнетдинова, Табын мәктәбе, 9-сы класс.
“Юмор хисе” - Самира Ноғайғолова, КБГИ, 3-сө класс.
“Тос фекер” - Айгөл Рәхимова, Сәйетбаба мәктәбе, 6-сы класс.
“Әсәйем - бергенәм” - Азалия Иҙрисова, Сәйетбаба мәктәбе, 5-се класс.
“Еңеү яҙы” - Наҙгөл Вәлиева, Сәйетбаба мәктәбе, 10-сы класс.
“Дуҫлыҡ” - Илина Шәрипова, Яңғыҙҡайын мәктәбе, 7-се класс.
“Ынтылыш” - Карина Мәҡсүтова, Игенйылға мәктәбе, 7-се класс.
“Илһөйәрлек” - Азалия Вәлиева, Сәйетбаба мәктәбе, 7-се класс.
“Илһөйәрлек” - Алтынай Ҡунафина, КБГИ, 7-се класс.
“Өмөт” - Венера Ҡотошева, 2-се мәктәп, 6-сы класс.
Сикһеҙ рәхмәтлебеҙ
"Өмөтлө ҡәләм"гә үҙ ижад емештәрен ебәргән уҡыусыларға, уларҙың уҡытыусыларына, ошо балаларға ижадҡа илһам бирер, өмөт сатҡылары уятыр өсөн алыҫ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан Гөлнур Яҡуповаға, "Өмөтлө ҡәләм"дең күптәнге дуҫы, "Аманат" журналының бүлек мөдире, яҡташыбыҙ Зөбәржәт Яҡуповаға һәм осрашыуҙы уҙғарыуҙа һүҙ ярҙамы һәм матди ярҙам күрһәткән Фаил Зәйнетдиновҡа, Рауил Солтанморатовҡа, Әлфиә Шаһиеваға, Марат Басировҡа, Рәмзиә Монасиповаға, Мәрхәбә Собханғоловаға, Фәүзиә Ҡотлогилдинаға, бағыусыларыбыҙ - район Советы депутаттары Әхмәт Аҫылбәковҡа, Гөлшат Ҡаҙаҡҡоловаға, Бельский ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әхмәровҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Читайте нас: