+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
26 Апрель 2021, 09:45

Утыҙ биш йыл әрней ул яра...

Республика буйынса бөгөнгө көндә чернобылселәр һаны – 2650 кеше иҫәпләнә. Чернобыль атом электр станцияһындағы эҙемтәләрҙе бөтөрөүселәр район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Висиевна Дмитриева (Аҡкүл ауылында йәшәй) билдәләүенсә, Чернобылдә авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә беҙҙең райондан 34 кеше ҡатнашҡан. Уларҙан бөгөнгө көндә иҫән ҡалыусыларҙың һаны – 13 булһа, чернобылселәрҙең 11 тол ҡатындары менән бергә 24 кеше иҫәпләнә. Ирина Дмитриева үҙе лә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан. Чернобылселәрҙең иң өлкәндәре 65 йәштән уҙһалар, иң йәш тигәненә лә 54 йәш. Ошо көн алдынан Ирина ДМИТРИЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Ирина Висиевна, һеҙ етәкләгән район ойошмаһы эшмәкәрлеге менән таныштырып китһәгеҙ ине.
-Башта шуны әйтергә кәрәк. Хөкүмәт яғынан чернобылселәрҙе торлаҡҡа, торлаҡ өсөн түләүгә, медицина хеҙмәтләндереүенә льготалар менән тәьмин итеү кеүек социаль ярҙам сараларын күрһәтеү етерлек кимәлдә булмауы уларҙың мәнфәғәтен яҡлау өсөн ойошмаға берләшеүгә этәргес бирҙе. Шулай итеп, 1990 йылда Бөтә Рәсәй “Чернобыль” Союзы йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килде. Чернобылселәрҙән тыш, бында мәрхүмдәрҙең яҡындары, айырыуса хәүеф подразделениелары ветерандары, Тоцк һәм Семипалатинск полигондарындағы һынау һөҙөмтәһендә радиацияға дусар булғандар, 1957 йылда Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” ядро реакторындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар инә. 1993 йылдың ноябрендә Башҡортостан республика төбәк “Чернобыль” Союзы инвалидтар йәмәғәт ойошмаһы тарихҡа яҙылды. Унда 43 ҡала һәм ра-йон бүлексәләре, шул иҫәптән беҙҙең район да инә.
Былтыр августа Өфөгә чернобылселәргә бағышланған һәйкәл асылыуының йыллығында ҡатнаштыҡ. Унда Рәсәйҙең бөтөн төбәктәренән дә: Силәбе, Свердлов өлкәләренән, Төмән, Пермь, Волгоград, Удмуртия һәм башҡа урындарҙан делегациялар йыйылды. Видеобәйләнеш аша башҡа төбәктәрҙәге чернобылселәр менән аралашып, уларҙан бик күп яҡшы яңылыҡтар менән танышып, үҙебеҙҙә лә ҡулланырға тырышам. Бына Рыбинск ҡалаһынан миңә православие сиркәүендә өшкөрөлгән “Чернобыльский спас” иконаһын ебәрҙеләр, чернобылселәр уға табыналар икән. Беҙ ҙә уларса табынабыҙ, һәм шуныһы ғәжәп, уның ярҙамы тейә: нисектер көс-ҡеүәт бирә, күңелгә еңеллек килтерә.
Был көн алдынан район үҙәгенең өс мәктәбендә булып, уларға стенд эшләп ҡуйыу өсөн фотодокументтар тапшырып сыҡтым: уҡыусылар һүрәттәр аша Чернобыль һәләкәтенә тиклем һәм унан һуң нисек булғанын белһендәр, күрһендәр һәм уйланһындар. Аҡкүл мәктәбендә уҙғарыласаҡ класс сәғәттәрендә уҡыусылар менән был темаға әңгәмәләр ойошторасаҡмын.
Шулай уҡ чернобылселәрҙең балаларына йәйге лагерҙарға, һауыҡтырыу шифаханаларына путёвкалар, республика, район хакимиәте башлығы шыршы байрамдарында ҡатнашыуын юлларға ла тура килә.
- Пландарығыҙ ҙа барҙыр?
- Пландарға килгәндә, чернобылселәрҙе һәм тол ҡатындарын Талбазыға экскурсияға алып барырға уйлашам. Унда Чернобылгә арналған музей булдырылған. Авария булған көндө, йәғни 26 апрелдә беҙҙе Өфөгә тантаналы сараға йыялар, ә районда 27 апрелдә чернобылселәргә арналған һәйкәлгә сәскәләр һалыу, район мәҙәниәт һарайында концерт менән тантаналы сара уҙасаҡ.
Бөгөнгө көндә райондағы чернобылселәрҙең барыһы ла инвалидтар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 чернобылсенең береһе генә Чернобыль менән бәйле инвалид булып иҫәпләнә, ә ҡалғандары дөйөм ауырыу менән (бары тик 3-сө төркөм инвалидлыҡ бирелә). Ә сирҙең авария эҙемтәһенән булыуы барыһына ла мәғлүм, тик бының тап шулай икәнен ҡайһы берәүҙәр генә иҫбатлай ала. Чернобылселәр шулай уҡ торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләп фатир алырға уйлашҡанда ла ауырлыҡтарға осрайҙар, был мәсьәләне хәл итеү өсөн бөтөнләй бер ниһеҙ, берәҙәк булырға тейешһең, шул ваҡытта ғына ыңғай хәл ителәсәк (чернобылселәргә ҡарата ҡараш бына шундай, был хәл бөтөн ил буйынса шулай).
- Ирина Висиевна, авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәргә шифаханаларҙа сәләмәтлек-тәрен нығытыу мөмкинлеге бармы?
- Әлбиттә, шифаханаларға путёвкалар бар, шулай уҡ госпиталдә лә дауаланырға мөмкин, әммә чернобылселәр юллап йөрөй ҙә, унда үҙ аллы бара ла алмай – уларҙы оҙатып йөрөүселәр кәрәк. Ә Өфөләге чернобылселәр өсөн поликлиникала беҙ комиссияны даими үтеп торабыҙ. Быйыл 4 мартта чернобылселәрҙең барыһы ла һәм вафат булғандарҙың тол ҡатындары медкомиссия үтеп ҡайттыҡ. Беҙ бары тик флюорография ғына үтмәйбеҙ, уны 10 йылға бер үтергә тейешбеҙ, сөнки ғүмерлеккә ныҡлы нурланыш алғанбыҙ.
- Был иҫтәлекле лә, шул уҡ ваҡытта ҡайғылы ла көндә тағы ла әйтер һүҙҙәрегеҙ барҙыр?
- Ысынлап та, был фажиғәле һәм ҡайғылы көн. Был көндө беҙ онотмаҫҡа, билдәләргә, һәләкәт ҡорбандарын иҫкә алырға тейешбеҙ. Үҫеп килгән йәш быуын был хаҡта белһен, уйланһын, хаталарҙан һабаҡ алһын.
Уңайлы форсаттан файҙа-ланып, бөтөн беҙҙе борсоған мәсьәләләребеҙҙә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтоваға рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Ә беҙҙең проблемаларыбыҙ уғата күп. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәр ваҡыт иғтибар менән тыңлай һәм сараһын күрергә тырыша.
Барлыҡ чернобылселәргә һәм мәрхүмдәрҙең тол ҡатындарына сәләмәтлек, рух ныҡлығы һәм бәхет теләйем. Баш особоҙҙа һәр ваҡыт саф, таҙа һауа булһын, ҡояш көлөп торһон, барыһы ла һәйбәт булһын. Һәләкәттәргә юл ҡуйылмаһын
- Һеҙгә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға мәңгелек дан!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.
Чернобыль һәләкәте... 26 апрелдә бар донъя ысын мәғәнәһендә ҡара датаны билдәләйәсәк. 35 йыл элек, 1986 йылдың тап ошо көнөндә Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай.
Радиоактив бысраныу, Украина, Белоруссия һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бар Европа илдәренә лә хәүеф менән янай. АЭС, атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобыль ҡасабаһын уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, ул сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратыла. 8,4 миллион кеше радиоактив нурланыш ала. Шартлау урынынан 30 километр радиуста йәшәүсе 404 мең кеше тиҙ арала икенсе урынға күсерелә. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. Ике йылдан һуң ЧАЭС-тан 50 саҡрымда Славутич тигән ҡала төҙөйҙәр. Эшселәр станцияға поезд менән йөрөп эшләй. Шулай уҡ Чернобыль ҡасабаһында кешеләр вахта менән йәшәй. Әйткәндәй, унда 2011 йылда, ЧАЭС фажиғәһенә 25 йыл тигәндә, “Звезда Полынь” мемориаль комплексы булдырыла. Унда элекке “Украина” кинотеатрында һәләкәт зонаһынан киткән кешеләрҙең әйберҙәренән йыйылған музей, Хәтер аллеяһы һәм “Трубящий ангел” һәйкәле ҡуйылған.
Был ваҡиғанан һуң утыҙ биш йыл ваҡыт үтте. Тиҫтәләрсә йылдар үтһә лә, Чернобыль фажиғәһе беҙҙең күңелдәрҙе әрнетәсәк, бер ҡасан да тынмаған хәүеф булып торасаҡ. Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлай. Шуға күрә лә, Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” ядро реакторы һәләкәте тарихта ғына ҡалды, хәҙерге тормошта булмаясаҡ, тип бер ҙә әйтә алмайбыҙ. Кешеләргә 26 апрелдә һәм башҡа ваҡытта ла атом ҡорбандарын иҫләргә, Чернобыль фажиғәһе бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәргә кәрәк.
Читайте нас: