+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 14:25

Туған телебеҙҙә диктант яҙҙыҡ

"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" белем биреү акцияһы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ла гөрләп үтте.

Телебеҙҙе яратыусы, уны ихтирам итеүсе, белеүсе һәр кеше өсөн был көн, ысынлап та, матур байрам ул. Диктант тексын белем усағыбыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова уҡыны. Ә беҙ, уҡытыусы-тәрбиәселәр, уҡыусылар һәм ата-әсәләр, рәхәтләнеп үҙ туған телебеҙҙә диктант яҙҙыҡ.
"Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант" акцияһында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт. Диктант эштәрен баһалап, һәр беребеҙ сертификат алып ҡыуандыҡ.
Эльвера ҠУНАФИНА,
Н.Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: