+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 11:35

Ямғыр ҡамасауланы

Районыбыҙ хужалыҡтары дәррәү яҙғы баҫыу эштәренә тотонғайны, быҫҡаҡ ямғыр ҡамасаулап, эштәрен бер аҙға тотҡарланы.

“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” МБУ-һының баш агрономы И.Хөснийәров билдәләүенсә, әлеге мәлдә хужалыҡтарҙа баҫыу эштәре менән бер рәттән орлоҡ ағыулау бара. Сәсеүлектәрҙең 8800 гектарында дым ҡаплатылған, 3900 гектар майҙанда ужым культураларына өҫтәмә туҡландырыу уҙғарылған, күп йыллыҡ үләндәрҙең 900 гектары тырматып сығылған, 1100 гектарҙа өҫтәмә туҡландырылған. “ШЭ Г.М.Тахтаров”, “Сатурн”, “Агрохим”, “Урожай”, “Восход-СТ” ЯСЙ-е АП-һы хужалыҡтарында эштәр һәйбәт ойошторолған. "Урожай" ЯСЙ-е КХ-һы һоло сәсеүгә төшкән.
“ШЭ Г.М.Тахтаров” хужалығында яҙғы баҫыу эштәренә механизаторҙар Нияз Хәкимов, Радик Хажиәхмәтов, Валерий Мәҡсүтов, Владимир Шестаков, Максим Павлов, Евгений Дашков йәлеп ителгән.
Читайте нас: