+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
27 Апрель 2021, 16:20

“Яугилде күсмә кубогы” - Зәйнуллиндарҙа

Бынан 14 йыл элек, йәғни 2007 йылда апрелдең тәүге шәмбеһендә Яугилде ауылының патриоты, арҙаҡлы шәхес Ниязбай Сәлимов инициативаһы менән Бурлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе спорт һөйөүселәр өсөн “Яугилде күсмә кубогы”на волейбол ярыштары уҙғарыла башлағайны. Быйыл да был традицияға тоғро ҡалдылар. Һәм 3 апрелдә Яугилде мәктәбенең спорт залында волейбол турниры үтте. Ниязбай Булатбай улы был бәйгене киләһе йылдан Башҡорт автономияһы барлыҡҡа килгән март айының өсөнсө шәмбеһендә уҙғарыу һәм район кимәленә сығарыу тәҡдимен еткерҙе. Ярыштар йыл да әһәмиәтле датаға бағышланып, быйылғыһы Бөтә Рәсәй йәниҫәп алыуға арналды.

Ярышта Бурлы мәктәбе уҡыусылары, Бурлы ауыл биләмәһе ветерандары, Ҡормантау, Ерек ауылы, Бурлы ауылынан Зәйнуллиндарҙың ғаилә командалары ҡатнашты. Ярыш положениеһына ярашлы, был турнирҙа Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан ғына командалар ҡатнаша ала һәм берҙәм форма булыуы шарт.
Ярыш бик сәмле барҙы. Йәрәбә һалышып, командалар төркөмгә бүленеп ярышты. Тәүге турҙа Бурлы мәктәбе уҡыусылары менән Бурлы ауылы биләмәһе ветерандары, Зәйнуллиндарҙың ғаилә, Ерек ауылы командалары көс һынашып, ветерандар һәм Зәйнуллиндар ғаилә командаһы үҙ дәғүәселәрен 2:0 иҫәбе менән еңеүгә иреште. Икенселә ҡормантауҙар менән ветерандар (1:2), еректәр менән уҡыусылар командалары (2:0) араһындағы уйында ветерандар менән еректәр өҫтөнлөк алды. Күберәк мәрәй яулаған ике команда ҡаршы яҡтың көслө ике командаһы менән осрашып, финалға сығыр өсөн тырышты. Финалда барлыҡ командаларҙы ла еңеп, Зәйнуллиндарҙың ғаилә командаһы алға сыҡты.
Бына, ниһайәт, көнө буйы барған ярыш тамамланды. Бәйгене ойоштороусы Ниязбай Сәлимов турнирҙың абсолют чемпио-ны булып танылған Зәйнуллиндар ғаилә командаһына “Яугилде күсмә кубогы” һәм һәр уйынсыға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Бурлы ауыл биләмәһе ветерандары командаһы – 2-се, Бурлы мәктәбе уҡыусылары 3-сө урын яуланы. Ниязбай Булатбай улы команда ағзаларының барыһына ла инселәп үҙ бүләктәрен килтергән. Шулай уҡ тиҫтәгә яҡын номинацияла еңеүселәр ҙә билдәләнде. “Иң йәш уйынсы” номинацияһында Байрас Вәлиев (Зәйнуллиндар командаһы), “Иң өлкән йәштәге уйынсы” – Азат Хәйретдинов (ауыл биләмәһе башлығы, ветерандар), “Иң яҡшы һөжүм итеүсе” – Искәндәр Зәйнуллин, “Иң яҡшы һаҡсы” - берҙән-бер турнирҙа ҡатнашыусы ҡыҙ Илнара Хәлилова (Ҡормантау), “Иң шәп таратыусы” – Ильяс Ситдиҡов, “Иң яҡшы бәйләнеш булдырыусы” булып Айрат Мусин табылды. Уларҙың барыһы ла иҫтәлекле бүләктәргә һәм Дипломдарға эйә булды. Үҙ ауылы командаһы өсөн “ауырыған” Әхәт Буранғолов “Иң шәп көйәрмән”, 76 йәшлек Рәмил Кашфулла улы Зәйнуллин “Волейболсы-ветеран” тип билдәләнеп, ғәҙел судья булғаны өсөн Бурлы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы - волейбол турниры судьяһы Нурлан Ғәлләмов та бүләктәргә лайыҡ булды. Өфө ҡунағы – “Шәжәрә” Башҡортостан тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге администраторы Сәүиә Ғәзизова командаларҙың барыһына ла, шулай уҡ Ҡормантау командаһынан Илнара Хәлиловаға еңеүгә ынтылыштары өсөн “Башҡорт ырыуҙары тарихы. Табын” китаптарын тапшырҙы, Н.Сәлимов мәктәп китапханаһына ла китаптар бүләк итте.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Спорт байрамын тантаналы асҡан мәлдә Башҡортостан Республикаһы Гимны яңғырауы, сәләмләү, Яугилде мәктәбе уҡыусыларының музыкаль күстәнәсе, бәйгеселәрҙе туҡландырыу ярыштың юғары кимәлдә үтеүе тураһында һөйләй.
-Бөгөн ярыш бик сәмле һәм йәнле барҙы. Барығыҙҙың да еңеүгә ынтылышы бик көслө ине, ныҡышмалығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бындай ярышты уҙғарыуҙың төп маҡсаты булып быйылғы Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылында халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, спортҡа ылыҡтырыу торһа, икенсе яҡтан, быйылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йылында быуындар бәйләнешен тәьмин итеүҙе, ғаилә статусын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуя, - тине спорт байрамын ойоштороу-сы һәм үҙе үк уның бағыусыһы ла, судьяһы ла булған Ниязбай Сәлимов.
Уның ихлас ҡотлау һүҙҙәренә Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Шәжәрә” Башҡортостан тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге администраторы Сәүиә Ғәзизова ла ҡушылды.
Ғаилә командаһы – Зәйнуллиндар өсөн “ауырыусылар”, янып көйөүселәр етерлек ине. Үҙе лә ошо командала волейбол ярыштарында ҡатнашып йөрөгән элекке спортсы Рәмил Зәйнуллин улдарының, кейәүҙәренең, өс ейәненең нисек уйнауын күрергә килгән. Уның ҡыҙҙары ла көнө буйы тиерлек ярыш барышын күҙәтте, үҙҙәренекеләрҙе дәртләндереп торҙо. Ошондай дәртләндереүселәре булғанға ла Зәйнуллиндар командаһы еңеүгә өлгәшкәндер.
Спортсылар ошондай байрам ойоштороусы Ниязбай Сәлимовҡа, Азат Хәйретдиновҡа, Яугилде һәм Бурлы мәктәптәре директорҙарына, Яугилде мәктәбе коллективына, уҡытыусыларға һәм тәмле аштары менән һыйлаған мәктәп ашнаҡсыларына рәхмәтле булып таралышты. Бурлы ауыл биләмәһе хакимиәте, Рәмил һәм Рауил Солтанморатовтар бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән.
Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылындағы йәнә бер Спорт байрамы – волейбол турниры Бурлы төбәге спортсыларында иҫтәлекле тәьҫораттар ҡалдырып, Яугилде мәктәбе тарихына яҙылды.
Читайте нас: