+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 16:40

Афарин, бейеүселәр!

Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы, шулай уҡ фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә Салауат ҡалаһында төбәк-ара “Милли мәҙәниәттәр көнө” конкурсында районыбыҙҙың йәш таланттары матур сығыш яһап, һәйбәт урындар алыуға өлгәште.

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусыһы Карина Ҡасимова “Хан ҡыҙы” бейеүе менән 3-сө урын алһа, ә “Төлкәҫ” бейеү ансамбле Гранпри яуланы. Радмир Мөьминов I дәрәжә, Айназ Шаһиев II дәрәжә лауреат исемен алды. Барыһының һөйөүен яулаған Динар Мөхәмәтшин “Артислыҡ оҫталығы” өсөн айырым бүләккә лайыҡ булды.
Уларҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: