Уларҙа 31 бала һәләк булды, 697-һе тән йәрәхәттәре алды. Респуб-лика ҡала-райондарының күпселегендә балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүе арта барыуы күҙәтелде, ә иң имен булмаған хәл Өфөлә ине.
Аварияларҙың яртыһы тиерлек ул саҡта балаларҙың үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында булды – йәғни улар тейешһеҙ урындан юлды йүгереп аша сыҡҡандар, велосипед, хатта машина йөрөткәндә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғандар.
Башҡортостан Республикаһында балаларҙың юлда имгәнеүенең кимәлен һәм тенденцияһын билдәләүсе төп факторҙар булып юл хәрәкәтенең ҡырҡа артыуы һәм унда ҡатнашыусыларҙың түбән дисциплинаһы, шулай уҡ балаларҙы сифатлы итеп хәүефһеҙлек нигеҙҙәренә өйрәтеү ойошторолмауы тороуын асыҡлағандан һуң, әүҙем эш башланды.
Мәғариф министрлығы менән берлектә балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса киң ҡоласлы республика саралары һәм конкурстарын бойомға ашыра башланыҡ. Социаль рекламаға һәм киң мәғлүмәт саралары менән бергә эшләүгә тейешле иғтибар бирелде.
Юл-транспорт ваҡиғалары яһауға килтергән сәбәптәрҙе һәм шарттарҙы анализлау, уларҙы бөтөрөү бу-йынса уҙғарылған эштәр балалар имгәнеүен планлы рәүештә кәметергә мөмкинлек бирҙе. Был йылдарҙа балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларын ике тапҡырға кәметеүгә өлгәшелде, үлем осраҡтары шунсаға уҡ кәмене, имгәнгән балалар һаны ныҡлы әҙәйҙе. Мөһим һан: балаларҙың үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында 2020 йылда 91 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, ә 2005 йылда был һан 290 ине.
Көн һайын тиерлек ЮХХДИ идаралығының дежур часына балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары тураһында мәғлүмәт килә. Быйыл өс айҙа ғына республика юлдарындағы авариялар һигеҙ баланың ғүмерен өҙгән. Улар барыһы ла пассажирҙар булған. Февраль йомғаҡтары буйынса, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы 10 аварияның 6-һы балалар өлөшөнә тура килә: балалар менән бөтәһе 83 ДТП булған, шуларҙың 51-е – пассажир балалар менән. Бында бөтә ғәйеп өлкәндәрҙә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа бала ултырып барған автомобиль водителе ғәйепле, ҡайһы берҙәрендә – бүтән машинаныҡы.
Балалар ҡатнашлығындағы ҡалған 32 авария – йәйәүлене тапатыу. 13 ДТП бала юл аша сыҡҡан саҡта булған.
Беҙҙең барыбыҙҙың бурысы – балаларҙы ошондай хәүефле хәлдәрҙән ҡурсалау. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә өйрәтеү, машиналар үткән урында абайлыҡ һәм йыйнаҡлыҡ тәрбиәләү. Әйткәндәй, быныһы күберәк өлкәндәргә ҡағыла – балалар ҡатнашлығындағы аварияларҙың һәр һигеҙенсеһендә генә йәш юлсылар һаҡһыҙлыҡ күрһәткән. Ҡалған аварияларҙа өлкәндәр ғәйепле.
Водителдәргә мөрәжәғәт итәм: балалар ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәгеҙ. Юлда кескәй йәйәүлене күрәһегеҙ икән, тиҙлекте кәметә һалығыҙ, сөнки балаларҙың үҙен нисек тоторон йыш ҡына күҙаллап булмай. Йәйәүлеләр юл аша сыға торған урындарҙан, йәмәғәт транспорты туҡталыштары янынан, парк, баҡсалар, балалар майҙансыҡтары эргәһенән үткәндә тиҙлекте кәметергә онотмағыҙ. Ихаталарҙа хәрәкәт итеү тиҙлеге иң әҙе булырға тейешлеген иҫтә тотоғоҙ. Юл буйындағы баланың нимә эшләргә теләүе аңлашылмай икән, сигнал биреүҙән тартынмағыҙ. Күп осраҡта тап ошонан йәйәүлеләрҙең дә, водителдең үҙенең дә һаулығы һәм ғүмере тора.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйәүлеләр өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен балаларығыҙҙың иҫенә төшөрөп тороғоҙ. Иң тәүҙә машина юлын ҡайһы урында, ҡасан һәм нисек аша сығырға икәнен аңлатығыҙ. Юл буйында уйнауҙың хәүефле икәнен төшөндөрөгөҙ.
Алда – йәй. Скутерҙар, монобайктар һәм сигвейҙарҙа ниндәй хәүеф йәшеренгәнен уҡыусыларға, ә тәү сиратта ата-әсәләргә, мәле еткәнсе үк аңғартырға кәрәк.
Иң мөһиме – балаларға юлда ла, тормошта ла үҙеңде дөрөҫ тотоу өлгөһөн үҙегеҙ күрһәтегеҙ.
Динар ҒИЛМЕТДИНОВ,
БР Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге
баш инспекторы.