Йылдағыса, акцияла ҡатнашыусылар диктантты башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап яҙҙы. Диктант яҙыу дөйөм белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмаларында ойошторолдо. Башҡортостан Юлдаш телеканалында, акцияның рәсми сайтында, YouTube видеохостингында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тура трансляция булды.
Башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн диктантты «Бүреләр» төркөмө солисы Илшат Абдуллин, башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән ҡатнашыусылар өсөн диктантты «Хаят-Исмаил» төркөмө ағзаһы, «Без башҡортлар» хәрәкәте әүҙемсеһе Альберт Исмаил уҡыны.
Район халҡы ла диктант яҙыуға әүҙем ҡушылды. Красноусолда район мәҙәниәт һарайында ойошторолған диктант яҙыуҙа район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Р.Р.Аҡҡужин, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр ҡатнашты.
Шулай уҡ район белем биреү учреждение-ларында ла диктант яҙыу ойошторолоп, уны бөтәһе 1172 кеше яҙған. Өйҙәрендә зәңгәр экрандар алдында диктант яҙыусылар ҙа бик күп булды.
Туған телде белеү һәм һөйләшеү - тамырҙарҙы һаҡлау ул. Халҡыбыҙҙың бай тарихы һәм мәҙәни ҡомартҡыһы телебеҙҙә сағыла. Шуға күрә быйыл да туған телде һөйөүселәр диктантты берҙәм яҙҙы.Текстарҙың йөкмәткеләре лә рухлы, тәрән мәғәнәле булды.