Әҙәбиәт һөйөүселәр һәм шағирҙар менән шундай осрашыуҙарҙың береһе күптән түгел Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында үтте.
Был көндө гимназиябыҙға Өфө тарафтарынан билдәле ҡәләм оҫталары ҡунаҡҡа килде. Тамаша залында гимназияның уҡытыусы һәм уҡыусылар коллективы Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбаев, Салауат Әбүзәров кеүек бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөн билдәләүсе шағир-яҙыусылар менән осрашты. Был сараны гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова асып, ҡунаҡтар менән таныштырып үтте, изге теләктәрен еткерҙе.
Осрашыу кисәһе күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт өсөн изге төйәк булған - Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән ир-уҙаман, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡа-
ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафиндың алтын юбилейына арналды. Ул - бихисап әҙәби премияларға лайыҡ булған маһир яҙыусы, үткер ҡәләмле һәм тос фекерле журналист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, оло йөрәкле шәхес, тиҫтәләгән китаптар авторы. Мөнир Сәхиулла улы китап уҡыусыларға фәлсәфәүи йүнәлештәге повесть-хикәйәләре, йәм-
ғиәтебеҙҙәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән драма әҫәрҙәре менән әҙәбиәттә үҙ урынын тапҡан, уҡыусылар күңелен, әҙәби зауығын яулаған маһир ҡәләм оҫтаһы.
Бөгөнгө көндә “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир йөгөн тартҡан журналист, матур ғаилә башлығы, бер улға һәм ҡыҙға атай кеше, башҡорт әҙәбиәте тигән “соҡор”ға батҡан философ-яҙыусы Мөнир Ҡунафин үҙенең сығышында Сәйетбаба мәктәбендә һәм Өфөләге гимназия-интернатта уҡыған осорондағы мәктәп йылдары хәтирәләре, киләсәккә ҡорған уй-пландары менән уртаҡлашты. Был осрашыуға үҙе менән бергә алып килгән тәүге уҡытыусыһы – Әлфиә Рамазан ҡыҙы Фәйзуллина менән таныштырып, беренсе класҡа нисек килеүе, уҡытыусыһының әйткән һүҙҙәрен кисә генә булған кеүек ҡыҙыҡлы итеп һөйләп бирҙе.
Талантлы шағир, яҙыусы һәм журналист, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбайҙың сығышын тамашасылар ҡыҙыҡһынып тыңланы. Ул сығышында Мөнир Ҡунафиндың ижадына бер ни тиклем байҡау яһап, әҫәрҙәре хаҡында бәйән итте. М.С.Ҡунафинды ул башҡорт әҙәбиәтенең “Марадонаһы” тип бик ҡыҙыҡлы сағыштырыу әйтеп үтте. Уның сығышынан һуң гимназия уҡыусылары шиғырҙарын уҡығас, матур бүләктәрен таратты. Әйткәндәй, Өфө ҡунаҡтары береһе лә буш ҡул менән килмәгән ине. Һәр береһе уҡыусыларға бүләктәр һәм тәмлекәстәр әҙерләгәндәр.
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров үҙенең сығышынан һуң шиғри күстәнәсен уҡып ишеттерҙе. Барлыҡ сығыш яһаусылар ҙа фәһемле һәм аҡыллы фекерҙәре менән тамашасы йөрәгенә юл таба алды, тип иҫәпләйем. Осрашыуҙы 10-сы класс уҡыусылары Азамат Вәлишин менән Лилиә Саттарова бик йәнле һәм мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Кисә Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина етәкләгән “Ҡолонсаҡ” вокал ансамбле, 2-се класс уҡыусыһы Ислам Ғабдуллин башҡарыуындағы “Баласағым” йыры, Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова әҙерләгән 10-сы класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова башҡарыуындағы “Бишбармаҡ”, 9-сы класс уҡыусыһы Иршат Дауытовтың “Рекрут” бейеүҙәре менән үрелеп барҙы. Бер төркөм уҡыусыларҙың яттан шиғыр һөйләүе лә был кисәгә бер биҙәк өҫтәне.
Кисә һуңында гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы ҡунаҡтарға иҫтәлеккә бүләктәр таратты, бөтәһенә лә символик ҡаурый ҡәләм бигерәк тә оҡшаны. Ул шағирҙарға халҡыбыҙ мәнфәғәте өсөн арымай-талмай хеҙмәт итеүҙәрен, ижад шишмәләренең бер ваҡытта ла һайыҡмауын, китап уҡыусыларҙы яңы әҫәрҙәре менән һөйөндөрөп тороуҙарын теләне.
Апрель ҡояшы йылы нурҙарын ни тиклем йәлләмәй тыуған еремә һипһә, был осрашыу ҙа тамашасы күңелендә шул тиклем ыңғай тәьҫораттар бүләк итте.
Юлай МӘҮЛЕТҠОЛОВ,
Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.