+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 11:40

Ихласлыҡ бөркөлә йөҙөнән

Бар ғүмерен балаларға белем-тәрбиә биреүгә арнап, ошо көндәрҙә олпат юбилейын билдәләгән уҡытыусы-ветеран Фируза апай Шәрәфетдинованы Красноусолға күсеп килгәс, бик йыш булмаһа ла, осратырға тура килгеләй ине. Әллә ни төҫ ташламаған, бары тик сәстәренә бер аҙ сал йүгерә башлаған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән, ихласлыҡ бөркөлгән апайға ҡарап һоҡлана инем. 80 йәше тулыуын белгәс, һоҡланыуым артты ғына, сөнки уға был йәште һис тә биреп булмай.

Фируза Шәрәфетдинова 1941 йылдың 29 апрелендә Ҡауарҙы ауылында Шәкүрә менән Аллабирҙе Шәрәфетдиновтар ғаиләһендә донъяға килә, ошонда белем алып, мәктәпте тамамлай. Ҡауарҙы мәктәбендә пионервожатый булып эшләй башлай, киләһе йылына 19 йәшлек ҡыҙҙы Юлыҡ мәктәбенә башланғыс кластарҙы уҡытыуға күсерәләр. Тырыш, сәмсел йәш ҡыҙға ҙур өмөттәр бағлап, 1-се класты ышанып тапшыралар. Артабан ситтән тороп Өфөләге 1-се педагогия училищеһына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, ең һыҙғанып балаларға белем биреү эшенә тотона. Фируза Аллабирҙе ҡыҙы Юлыҡ мәктәбенә 23 йыл ғүмерен бағышлап, әллә күпме баланың күңеленә белем орлоҡтары сәскән. Беренсе уҡытыусы һәр бер сабыйҙы хәреф танырға, уҡырға, яҙырға ғына түгел, оло тормошҡа әҙерләүгә лә күп көс һалған.
-Ул заманда балалар күп була торғайны. Мин Юлыҡ мәктәбендә эш башлаған йылды 1-се класҡа 70 бала уҡырға килде. Уларҙы ике класҡа бүлеп уҡыттыҡ. Мәктәп директоры Сәмиғулла Әхмәҙулла улы Ишмырҙин бик яҡшы, изге күңелле, хәстәрлекле етәксе булды. Тәүге йылдарҙа уның аҡыллы кәңәштәренә таянып эшләргә тура килде, ҡанаттарҙы үҫтерә, эшкә дәрт-дарман бирә ине, – ти Фируза Аллабирҙе ҡыҙы хәтирәләренә бирелеп. – Уҡытыусы хеҙмәттәштәрем – башланғыс кластар уҡытыусыһы Рима Хөрмәт ҡыҙы Әлибаева (Юлыҡова) менән бер йылда эш башланыҡ, бер үк ваҡытта педагогия училищеһында, ул - Салауатта, ә мин Өфөлә уҡып, ҡулыбыҙға диплом алдыҡ. Еҙем-Ҡарандан Альмира Абдрахман ҡыҙы Мәҡсүтова (Кинйәғолова), Һабайҙан Гөлфара Мәхийән ҡыҙы Әминева (Зәйнетдинова), Салауат
районынан йүнәлтмә буйынса балалар уҡытырға килгән Таңһылыу Фахразый ҡыҙы Дәүләтбаева менән ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-беребеҙгә ярҙамлашып, кәңәшләшеп, матур эшләнек, - ти ул.
1963 йылда Юлыҡтың аҫыл егеттәренең береһе Миңлебай Мәхәмәт улы Ишмөхәмәтов менән яҙмышын бәйләп, өс ҡыҙға ғүмер бирәләр. Бик матур итеп, ауылдаштарын һоҡландырып, өлгө булып донъя көтәләр. Фируза апайға тормош юлында ҙур юғалтыуҙар ҙа кисерергә тура килә. 18 йыл бергә йәшәгән тормош иптәше ҡаты сирҙән, йәшләй генә гүр эйәһе була. 3 бала менән яңғыҙ ҡалған Фируза апай яҙмыш һынауына бирешмәй. Яратҡан эшенән, уҡыусылары – эскерһеҙ сабыйҙарҙың яҡты ҡарашынан йәшәүгә дәрт, ҡыҙҙарын аяҡҡа баҫтырырға көс таба. Йәш әсә уларҙа ла рух көсө, тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, эшһөйәрлек тәрбиәләргә тырыша. Барыһын да уҡытыуға ирешә, ҡыҙҙары үҙҙәре яратып һайлаған һөнәрҙәренә эйә булалар. Иң өлкәне Фирҙәүсә менән уртансыһы Фәнилә инәйҙәренең юлын һайлап, педучилище тамамлайҙар. Ә иң кесеһе Луиза медицинаны үҙ итә, “Красноусол” шифаханаһында эколог булып эшләй. Фирҙәүсә - Юлыҡ ауылында балалар баҡсаһы мөдире. Икеһе лә берәр ҡыҙ, берәр улға инәй, өлкәне ике ейәнгә әсәй ҙә. Ғаилә ҡороп, ике ул, бер ҡыҙға ғүмер биреп, матур ғына йәшәп ятҡанда, ҡыҙы – Фәниләне лә мәкерле сир аямай, 28 йәшендә генә мәңгелеккә береһенән-береһе бәләкәй 3, 5, 7 йәшлек сабыйҙарынан, яҡындарынан айыра. Кейәүе бик һәйбәт кеше, уларҙы аяҡҡа баҫтырып, бөгөн барыһы ла башлы-күҙле, Салауат ҡалаһында үҙ фатирҙарында берәр бала үҫтереп йәшәйҙәр.
Ауыр ҡайғыларҙан бөгөлөп төшөр саҡтарында Фируза апайға бәхет йылмая. Яҙмыш Ерек ауылынан үҙе кеүек йәшләй генә дүрт бала (ике ҡыҙ, ике ул) менән тол ҡалған Айҙар Сабит улы Ноғоманов менән осраштыра һәм уға тормошҡа сығырға баҙнат итә. Бик ауыр булһа ла Ерек ауылына күсенергә тура килә. Тормош юлдашы ипле, тырыш, уңған, сабыр холоҡло, аҡыллы, бик һәйбәт кеше булып сыға. Һәр йәһәттән ярҙамсыһы була. Ҡыҙҙарын да үҙ балаларылай яҡын күрә. Ғөмүмән, бер һүҙҙән булып, ике яҡлап та балаларға тигеҙ ҡарап, туйҙар үткәреп, оло тормош юлына оҙаталар. Бында ла яратҡан эшенән айырылмай Фируза Аллабирҙе ҡыҙы. 1987 йылда уртаҡ балалары - ҡыҙҙары Гүзәл донъяға килә. Яугилде мәктәбенә дүрт йыл йөрөп эшләй, артабан Ерек башланғыс мәктәбендә балаларға белем бирә һәм 40 йыл педагогик хеҙмәт стажына эйә булып, хаҡлы ялға сыға. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә, бик күп Маҡтау грамоталарына лайыҡ була.
Гүзәлдәре Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡый башлағас, уға яҡыныраҡ булыу уйы менән Красноусолдың иң матур урынында йорт һатып алалар. 2004 йылда күсеп килеп, бөгөн Фируза апай менән Айҙар ағай бында төпләнеп, 38 йыл инде иңгә-иң терәшеп, бер-береһенә терәк-таяныс булып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, ғүмер йомғағын һүтәләр. Йорттары ҙур, иркен, барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Сәскәләр үҫтерергә яратҡан Фируза апай бар донъяһын гөл-сәскәгә күмә. Гүзәл хәҙер үҙе ике бала әсәһе. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлап, Красноусол үҙәк район дауаханаһында табип-терапевт булып эшләй. Ғаиләлә иң кесеһе булып, саялығы менән айырылған Гүзәлгә атай-инәһе күҙ төбәп тора һәм “донъябыҙҙың дирижеры” тип атай.
Йорт усағын һүндермәй, атай-инәй тигеҙлектә, татыулыҡта йәшәһә, балалар ҙа бәхетле була. Фируза апай ҙа балаларына һөйөклө инәй, 9 ейән-ейәнсәре, 5 бүләренә яратҡан әсәй, өләсәй ҙә, яҙмыш бүләге - тормош юлдашына арҡа терәр таяныс та. Яҙмышынан ҙур ҡәнәғәтлек кисереп, бәхеткә-шатлыҡҡа төрөнөп, 80-се яҙын ҡаршыланы.
Оло юбилейығыҙ ҡотло, үҙегеҙ иҫән-һау булығыҙ, хөрмәтле Фируза Аллабирҙе ҡыҙы!
Читайте нас: