+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
30 Апрель 2021, 10:35

Республикала тәүге өсәү иҫәбендә

Апрелдең һуңғы көнөндә янғын һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “БР буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы Вадим Владимирович ОТМАХОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

- Беҙҙең 74-се янғын-ҡотҡарыу часы 27 кешене берләштерә. Шуларҙың 4-һе – ҡарауыл начальнигы, 2-һе - бүлексә командиры, 7-һе - янғын һүндереүсе, 9-ы – водитель, 3 – диспетчер, етәксе һәм урынбаҫар. Шулай уҡ янғын күҙәтеүе эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге лә эшләп килә. Был хеҙмәт Ауырғазы район-ара булып, берҙән-бер хеҙмәткәр – начальник урынбаҫары Илгиз Хәмит улы Ардашировҡа профилактик эш алып барыу, янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе контролдә тотоу бурысы йөкмәтелгән. Райондың 15 ауыл биләмәһендә ирекле янғын һағы дружиналарында 39 кеше тәүлек әйләнәһенә хеҙмәт вахтаһында тора. Ҡағиҙә булараҡ, улар район үҙәгенән төп көс килеп еткәнсе уттың көсәйеүенә ирек бирмәйҙәр.
Район биләмәһендә янғындар менән бәйле хәлгә килгәндә, йыл башынан 21 янғын осрағы теркәлде. Янғын төрлө сәбәптәр менән килеп сыға. Әммә быға нигеҙҙә кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе, электр ҡорамалдар менән файҙалана белмәүе, тәмәке тартҡанда, мейес яҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе сәбәпсе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғындарҙың фажиғәле тамамланыуы – кеше ғүмере өҙөлөү осраҡтары булып тора. Быйыл ут эсендә өс кешенең ғүмере өҙөлдө, ике кеше тән йәрәхәттәре алды. Юлыҡ, Баҡраҡ, Табын ауылдарында йорттарҙа сыҡҡан янғында кешеләрҙең, айырыуса бер баланың, һәләк булыуы үтә лә аяныслы булды. Ҡоро үлән яныуҙың 9 осрағы теркәлде, был хәл бигерәк тә Аҡкүл ауы-
лында ҙур майҙанды биләне. Былтыр ҡоро үлән яныуҙың 93 осрағы (2019-ҙа – 95) теркәлде. Был тәңгәлдә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоп, сүп-сар үртәүселәргә ҡарата протоколдар төҙөлә. Бына, мәҫәлән, үҙ биләмәһендәге сүп-сарҙы яндырырға уйлап, уны ауыҙлыҡлай алмай, күрше биләмәләргә күсеүенә юл ҡуйылыуҙың 7 факты буйынса админис-тратив протокол төҙөлөп, ғәйеплеләргә штраф һалынды. Йәнә ике факт буйынса тикшереү бара.
Алдағы пландарға килгәндә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт Комитеты аша Ташлы һәм Ташбүкән ауылдарында янғын һүндереү техникаһына тағылмалы емкость ҡайтыуын көтәбеҙ. Районда өс ауыл биләмәһенән башҡа барыһында ла янғын һүндереү техникаһына йылы гараждар бар.
Янғын сыға ҡалғанда, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыусы янғын иҫкәрткестәрҙе урынлаштырыуға килгәндә, район буйынса 5 меңдән ашыу дана таратылған. Үҙенең һәм яҡындарының ғүмерен ҡайғыртҡан һәр кем янғын иҫкәрткесте һатып алып (ҡиммәт тә түгел, хаҡы ни бары 300 һум тирәһе) йортона урынлаштырыуҙы хәстәрләргә тейеш, тип уйлайым.
Беҙҙең 74-се янғын-ҡотҡарыу часы эшмәкәрлек буйынса республикалағы тиҫтәләп янғын-ҡотҡарыу отрядтары араһында тәүге өсәү иҫәбендә.
Беҙҙе бөгөнгө көндә борсоған ҙур проблемаларҙың береһе - авария хәлендәге янғын часы бинаһы. Республика программаһына ярашлы, былтыр яңы янғын часының типовой бинаһы төҙөлөшө башланырға тейеш булһа, коронавирус сәбәпле, ул кисектерелде.
Һөнәри байрамыбыҙ көнөндә беҙҙең часта эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы билдәләп үтке килә. Улар: Рәмил Ғилман улы Сәйфуллин, ирле-ҡатынлы Людмила Федоровна менән Виктор Михайлович Панкратьевтар, Мәүлетҡол Рахманғол улы Дәүләтшин, Хәлиулла Лотфулла улы Зәйнуллин, Мөхәррәм Әғзәм улы Мөлөков, Әсҡәт Әхмәт улы Латипов, Рәфит Рауил улы Йәрмиев, Роман Михайлович Саранцев, Алексей Алексеевич Рогожин, Геннадий Алексеевич Рассолеев, Николай Сергеевич Никитин һәм башҡалар. Ошо йылдар арауығында беҙҙең 74-се янғын часында Саранцевтар, Панкратьевтар, Рогожиндар динас-тиялары барлыҡҡа килде. Саранцевтар династияһын әсәләре Раиса Ивановнаның (хәҙер мәрхүмә) юлын ағалы-энеле Роман (хаҡлы ялда) менән Сергей Михайловичтар дауам итә. Ҡарауыл начальнигы Дәмин Йәрмиев менән водитель Ринат Дәүләтшин хаҡлы ялға сыҡҡан атайҙарын алыштырҙы.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, ауыл биләмәләрендәге ирекле янғын һағы дружиналарын, коллегаларҙы һәм ветерандарыбыҙҙы Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы сәләмәтлек, янғындарға ҡаршы көрәш, кешеләрҙе янғындан һаҡлау эшендә уңыштар, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек талап иткән хеҙмәтегеҙҙә именлек, янғындар менән хәл тотороҡло булыуын теләйем.
Читайте нас: