-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Май 2021, 18:50

Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙе иҫкә алдылар

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында булған һәләкәткә 35 йыл үткән.

Һәр йылдағыса, быйыл да, 27 апрелдә район үҙәгендәге Хәтер Аллеяһы янында Халыҡ-ара Чернобыль афәтен иҫкә алыу көнө уңайынан митинг үтте. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, “Чернобыль” Союзының Ғафури районы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Висиевна Дмитриева, чернобылсе-ветерандар, мәрхүмдәрҙең ҡатындары, хәрби бәрелештәр ветерандары, мәктәп уҡыусылары һәм ойошма-учреждениеларҙан вәкилдәр ҡатнашты.
Сарала Р.Р.Ишмөхәмәтов, Ф.Ф.Сыңғыҙов, И.В.Дмитриева, хәрби бәрелештәр ветерандары ойошмаһы исеменән С.О.Афанасьев, мәрхүм чернобылселәрҙең тол ҡатындары исеменән В.Н.Хәкимова сығыш яһаны. “Чернобыль” Союзының Ғафури районы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ирина Дмитриева үҙе лә һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы булараҡ: “35 йыл элек, беҙ был ҡурҡыныс һәләкәт урынында булғанда, бер ни, хатта батырлыҡ ҡылыуыбыҙ тураһында ла уйламаныҡ, нурланыш беребеҙҙе лә аяманы. Шуның һөҙөмтәһендә чернобылселәрҙең барыһы ла сирләйҙәр, 5 йылдан һуң арабыҙҙа береһе лә булмаҫҡа мөмкин. Улар иҫән сағында онотмаҫҡа, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә, мәктәптәргә осрашыуҙарға саҡырып, был атом һәләкәте хаҡында уҡыусылар белһен өсөн һөйләтергә кәрәк”, - тине.
Районыбыҙҙан һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан Михаил Васильевич Николаев Батырлыҡ ордены, Николай Николаевич Дмитриев Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән.
Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен ғүмерҙәре хаҡына бөтөрөүселәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителә. Митинг бынан өс йыл элек Ирина Висиевнаның тырышлығы менән һәләк булған чернобылселәр иҫтәлегенә арналған һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды.

Читайте нас: