+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
1 Май 2021, 09:00

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Хөрмәтле райондаштар!Һеҙҙе 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!

Яңы заман был байрамды яңы мәғәнә менән байытһа ла, ул элеккесә тәү сиратта хеҙмәт байрамы, ғаиләһе, районы, иле мәнфәғәтендә эшләүсе хеҙмәт кешеһенә ихтирам билдәһе булып ҡала.
Яҙ һәм хеҙмәт көнөндә беҙ төрлө йәштәге төрлө һөнәр эйәләрен тәбрикләйбеҙ. Фиҙаҡәр хеҙмәттәре менән район үҫешенә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән ветерандарға рәхмәт әйтәбеҙ.
Беҙҙең алда атҡараһы эштәр, бурыстар бик күп, әммә мин райондаштарҙың эшһөйәрлеге, рух ныҡлығы һәм традицияларға тоғролоғо бар маҡсаттарға ирешергә булышлыҡ итеренә ышанам.
Барығыҙға ла хеҙмәт ҡаҙаныштары, ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изге башланғыстар теләйем. Бар өмөт-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Йорттарығыҙҙа бәхет һәм именлек булһын!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: