+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Май 2021, 10:25

Балалар һау-сәләмәт үҫһен өсөн

22 апрель көнө республиканың барлыҡ мәктәптәрендә үткән Сәләмәт туҡланыу аҙналығы сиктәрендә район мәҙәниәт һарайында муниципаль район хакимиәте, мәғариф бүлеге тарафынан үткәрелгән форум “Сәләмәт туҡланыу – сәләмәт йылмайыу нигеҙе” тип аталды.

Түңәрәк өҫтәлдә район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы М.Х.Латипова, Өфө ҡалаһының 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы БР дәүләт һаулыҡ һаҡлау бюджет учреждениеһының баш табибы Р.А.Ғәниева, Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһен күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәттең БР бу-йынса идаралығы Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы А.Р.Сәләхов, Үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик бүлек мөдире, табип И.З.Фәйзуллин, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондары һәм ҡалаһы округы мәғариф бүлеге технологтары ҡатнашты.
Район мәҙәниәт һарайына кергән ерҙә Красноусолдағы 1-се, 2-се дөйөм белем биреү мәктәптәре, Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты ойошторған күргәҙмәләр ҡаршы ала. Ошонда уҡ районыбыҙҙағы мәктәп уҡыусыларын туҡландырыу өсөн яуаплы “Сифат тирмәне” - 10, “Алтын ҡурай” 5 көнлөк менюларын тәҡдим итте.
1-се мәктәп директоры Г.В.Петрова үҙ белем усағында эшләп килгән “Үҫеш нөктәһе” менән таныштырҙы һәм 10-сы класс уҡыусылары Алексей Фомин менән Егор Епифанов заманса роботтарҙың кешене алыштырырлыҡ һыҙаттарын аңлатып, ашханалар өсөн ҙур ярҙамсы көс булыуын күрһәттеләр.
Башҡортостандың белем усаҡтарында республика Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән ғәмәлгә ингән “Ҡанатлан” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар бар. Красноусолдағы 2-се мәктәп “Ҡанатлан” белем биреү проекты модуле буйынса “Шахмат уйнарға өйрән” (Р.Р.Шаймарҙанов), “Башҡорт интерактивы” (И.Р.Шәйәхмәтов), “Рулгә ултыр” (В.Н.Калачигов), “Спорт менән дуҫлаш” (Д.Х.Ноғайғолов), “Иркен һөйләш” (Г.З.Ҡыямова), “Бейе” (С.Р.Ғөбәйҙуллина), “Сәләмәт йылмайыу” (С.Ә.Ғәниева) проекттары тураһында 2-се мәктәптең директор урынбаҫары Ольга Опарина ентекле һөйләп үтте. Былтыр республика мәғариф проектына ярашлы Красноусолдағы 2-се мәктәптә стоматология кабинеты асылғайны. Был кабинетты асыуға республика бюджетынан 1 миллион һум аҡса бүленеп, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында район дауаханаһынан 1-се категориялы теш табибы Светлана Ғәниева эш башлаған һәм бөгөнгө көндә ул уҡыусылар менән уртаҡ тел табып, үҙенең эшен яратып башҡарыуы тураһында ла маҡтап телгә алдылар был форумда.
Йәш быуындың сәләмәт булып үҫеүе, яңы белемдәр үҙләштереүе тәү сиратта дөрөҫ туҡланыуға ла бәйле. Был йәһәттән гимназияның бай күргәҙмәһе иғтибар үҙәгендә булды. Унда беренсе кластарҙың дөрөҫ туҡланыу буйынса йыл буйы башҡарған эштәре, технология дәрестәрендә иртәнге ашты хәстәрләү, еңел һәм тиҙ үҙләштерелгән аҙыҡтарҙан торған көндәлек рацион әҙерләү тураһында мәктәп директоры Г.М.Монасипова, уҡытыусылар, тәрбиәселәр – Г.А.Вәлиева, И.И.Вафина, Д.Д.Әсәнова, Р.А.Ваһапова, Ә.С.Вәлишина, уҡыусылар һөйләнеләр, милли ризыҡтар – талҡан һәм ҡаҡ, эсемлектәрҙән буҙа тураһында аңлатып, районда үҫкән үләндәрҙән әҙерләнгән төрлө сәйҙәр тәҡдим иттеләр.
Артабан форум фойела түңәрәк өҫтәл артында дауам итте. Уны район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова алып барҙы. Иң тәүҙә һүҙ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа бирелеп, ул сығышында балаларҙы туҡландырыу, сәләмәтлек өсөн мөһим булған эштәрҙе барлап үтте.
- Районыбыҙҙың бөтә белем биреү ойошмалары ла туҡланыу хеҙмәттәре аутсорсингына күсте. 44-се Федераль законға ярашлы учреждениеларҙа туҡландырыу хеҙмәтен ойоштороусылар булып ике оператор – “Сифат тирмәне” (“Мельница качества”) ЯСЙ-е (директоры С.И.Фомина), “Алтын ҡурай” ЯСЙ-е (директоры Г.Ш.Урманшина) тора. Улар менән барлыҡ контракттар 2 йылға төҙөлгән. Аутсорсерҙарыбыҙ барлыҡ талаптарға ла тап килеп, туҡланыуҙы ойоштороуҙа үҙ бурыстарын аңлап башҡаралар һәм һәр төрлө мәсьәләләр буйынса үҙ-ара аңлашып эшләйбеҙ. Райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары ла 2020 йылдың 1 сентябренән БР буйынса Роспотребнадзорҙың территориаль Идаралығы, БР Мәғариф һәм фән министрлығы, БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан раҫланған берҙәм республика менюһы – 3-сө Вариант буйынса эшләйҙәр. Меню белгестәр тарафынан үҫеп килеүсе организмға кәрәкле матдәләрҙе, витаминдарҙы күҙ уңында тотоп төҙөлә. Туҡланыу менән риза булмаған атай-әсәйҙәргә иһә программа буйынса “Асыҡ ишектәр көнө”ндә ҡатнашырға, операторҙар менән туранан-тура һөйләшергә, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алыу мөмкинселеге бар, - тип һөйләп үтте Рауил Ғәбдрәшит улы үҙ докладында.
Башҡа сығыш яһаусылар ҙа балалар һаулығы өсөн мөһим булған мәсьәләләргә төбәп, ошо тәңгәлдәге эштәр тураһында ентекле һөйләнеләр. Үҙәк ра-йон дауаханаһының ойоштороу-методик бүлек мөдире, табип И.З.Фәйзуллин районда күпме кеше вакцина яһатҡанын, уны нисек һәм ҡайһы осраҡта эшләтергә кәрәклеген тәфсирләп аңлатты. Сара һуңында һорау биреүселәргә белгестәр ентекле яуап бирҙе.
Һуңынан “Дубрава” СПОК-ына экскурсия ла үткәрелде. Бында ҡатнашыусылар ярымфабрикаттарҙың нисек әҙерләнеүен, ҡайҙа һаҡланыуын үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Юғары кимәлдә төҙөлгән цехта барыһы ла тейешле талаптарға тап килтерелеп, махсус һыуытҡыстар ҡуйылған. Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныусыларҙың “Мельница качества” ЯСЙ-е директоры С.И.Фоминаға һорауҙары ла күп булды.
Был форум эшлекле шарттарҙа үтте. Һәр кем балаларҙы файҙалы аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайларға, бала саҡтан уҡ туҡланыу ҡағиҙәләрен һәм сәләмәт йәшәү рәүеше талаптарын өйрәтергә кәрәк, тигән һүҙҙәргә баҫым яһаны. Эйе, “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигәндәй, киләсәк быуындың һау-сәләмәт булып үҫеүе барыһынан да мөһим бит.
Читайте нас: