-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
2 Май 2021, 10:50

Йыр итәйек киткән йылдарҙы!

Яҙмышыбыҙ ҡайҙа ташлаһа ла,Башлаһаҡ та яңы юлдарҙы,Тик күңелдә, тарих, ил йөҙөндәЙыр итәйек киткән йылдарҙы. Мөнир Ҡунафин.15 апрель Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт йортонда яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөнир Ҡунафиндың алтын юбилейы айҡанлы, “Аңлар өсөн тормош асылдарын, Ҡайттым һеҙҙе һағынып, аҫылдарым!” тип исемләнгән әҙәби-музыкаль кисә үтте.

Кисәлә күренекле яҡташтарыбыҙ – академик Ғиниәт Ҡунафин, яҙыусы Әмир Әминев, шағир Салауат Әбүзәр, юбилярҙың ҡәләмдәш һәм моңдаш дуҫтары һәм Сәйетбаба ауылы таланттары ҡатнашты. Юбилярҙы ҡотларға район Советы һәм район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов һәм башҡалар килгәйне.
Гүзәл Зөфәр ҡыҙы үткер ҡәләмле журналист, ил, тел, халыҡ яҙмышы хаҡында уйландырырлыҡ, бәхәсләшерлек әҫәрҙәр тыуҙырыусы яҙыусыға көс-дарман, емешле ижад теләне. Артабан юбилярға изге теләктәрен Фаил Һәҙиәт улы еткерҙе. ауыл халҡы исеменән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин ҡотланы. Ауылыбыҙ таланттарға бик бай, улар районыбыҙҙы, республикабыҙҙы данлай, тыуған илебеҙгә хеҙмәт итәләр. Күренекле шағир, яҙыусы-драматург, шул уҡ ваҡытта туғанымды бар ауылдаштар исеменән ҡотлауыма шатмын, тине ул.
Барыһы ла бала саҡтан башлана... Кисәне алып барыусылар Рәүилә Йәнтүрина менән Фәнзил Ғәлин тамашасыларҙы берсә хәтирәләр иленә, берсә әлеге көндәргә әйҙәп, юбилярҙың үҙен дә сәхнәләге хәл-ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнатты. Бына улар Мөнир Сәхиулла улынан бала сағы тураһында һорағас, ул, әлбиттә, ғүмер бүләк иткән әсәһе Флүрә апайға, тәү башлап үрелеп асҡан туған мәктәбе, тәүге уҡытыусыһы Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы Фәйзуллинаға йылы һүҙҙәрен йәлләмәне. Йөрәк йылыһын биреп ҡәҙерләп үҫтергән әсәһенә, аҡты ҡаранан, яҡшыны ямандан айырырға өйрәткән, белем тауҙарына әйҙәгән уҡытыусыһына сәскә гөлләмәләре тотоп залға төшкәс, ирекһеҙҙән күңелдәр тулып, күҙгә йәш эркелде... Әлфиә Рамаҙан ҡыҙы иҫтәлектәргә бирелеп, Мөнирҙең башланғыста уҡ сос, отҡор булыуы, шиғырҙы осоп-ҡанатланып һөйләүен, уны математик булыр тип уйлауы тураһында һөйләне. Юбилярҙы класташтары – Ринат, Миләүшә, Ниязый, Айрат ҡотларға килгәндәр. Мәктәп йылдарын, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙөләр, матур теләктәрен еткерҙеләр.
Академик, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ғиниәт Ҡунафин да туғанына йылы теләктәрен еткерҙе, 44 йыл һаҡлаған аманатты – Мөнир үҙе Факиһа өләсәһенән яҙып алған йырҙарын тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова кисәгә килә алмаһа ла, уның ҡотлау һүҙҙәрен Рәйлә Сабитова уҡып ишеттерҙе.
Артабан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы лауреаты Әмир Әминев һүҙ алып, Мөнир Сәхиулла улын донъяға килтергән ата-әсәһенә, уның ошо бейеклектәргә күтәрелеүенә ерлек булған бәрәкәтле Сәйетбаба ауылына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. “Ағиҙел” журналын етәкләгән зауыҡлы, әҙәбиәтте нескә аңлаусы яҙыусыға эшендә уңыштар теләне. Шулай уҡ юбилярҙы БашҡортостанЯҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Илһам Йәндәүләтов, "Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Артур Дәүләтбәков ҡотланы. "Ағиҙел" журналынан - баш мөхәррир урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Әхмәр Үтәбай менән бүлек мөдире, яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр, ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле фекер эйәһе Азамат Юлдашбаев тәбрикләне.
Ғаиләм - ҡәлғәм тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит, яҙыусыны ҡотларға сәхнә түренә улы Йәдкәр Ҡунафин менән Заһир Байыҡтың улы Бәхтейәр Шәйәхмәтов сығып, йыр бүләк иттеләр. Ҡыҙы Наҙгөл шиғыр ҙа уҡып ишеттерҙе. Мөнир Сәхиулла улын ҡотларға иң яҡын дуҫы, класташы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Байыҡ-Шәйәхмәтов килгәйне. Ул дәртле йырҙары, ҡурай моңдары менән кисәгә йәм өҫтәне. Яҙыусының моңдаш дуҫтары, билдәле йырсылар Юнир Һағынбаев, Илшат Сибәғәтуллин, ҡурайсы Рәмил Ҡотдосовтың сығыштарын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле күтәренке кәйеф бүләк итте.
Әҙәби-музыкаль кисә етди, аҡыллы фекерҙәргә лә, юморға ла, шиғыр-йырға ла бай булды. Сәйетбабанан ғына түгел, күрше ауылдарҙан да килгән тамашасылар өсөн ысын мәғәнәһендә күңел байрамы, матур осрашыу булды ул.
Читайте нас: