+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Май 2021, 16:25

Беҙҙең команда – еңеүселәр иҫәбендә!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Красноусолда Башҡортостан Республикаһының 23-сө уҡыусылар спартакиадаһының финалы башланғайны.

Бөгөн уның һөҙөмтәләре билдәле булды. Ауыл командалары араһында беҙҙең шахматсылар - , тренер Наталья Проценконың тәрбиәләнеүселәре Шишмә районы командаһынан ғына ҡалышып, респуликала икенсе урынға лайыҡ булды! Наталья Геннадьевна әйтеүенсә, ике көнгә һуҙылған уйын барышында беҙҙең команда мәрәйҙәр буйынса алда барған. Һуңғы уйындарҙа ғына артта ҡалғандар. Шуға ҡарамаҫтан, бик көслө командалар ҡатнашҡан был турнирҙа икенсе урын алыу беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, тине тренер, шатлығы менән уртаҡлашып.
Ә инде шәхси беренселектә йәш шахматсыларыбыҙ - Даниил Никифоров 1-се, Антон Елсуков – 2-се, Арина Солтанбәкова – 4-се, Алеша Елсуков 5-се урынды алған. Афариндар!
Читайте нас: