+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Май 2021, 12:25

Газ, һыу, торлаҡ мәсьәләләре күтәрелде

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, 27 апрелдә район хакимиәте бинаһында БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова ҡатнашты.

Ҡабул итеүгә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән тиҫтәнән ашыу кеше килде. Был юлы нигеҙҙә газ, һыу үткәргестәр төҙөү, торлаҡ мәсьәләләре күтәрелде.
Игенселәр ауылынан пенсионер Ғ.Бикбаева йортона газ үткәреүҙә ярҙам һораһа, Красноусолдан Д.Борханова Воробьев урамына газ үткәргестәр һуҙыу, юл күтәртеү мәсьәләһен күтәрҙе. Икеһенә лә был мәсьәләнең урында хәл ителәсәген, башта “Газсервис”ҡа ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеге әйтелде. Йәштәр биҫтәһенең Чушкин, Спортивная, Салауат Юлаев, Энтузиастар, Берҙәмлек урамдарында йәшәүселәр һәм һыу булмау сәбәпле, яңы төҙөлгән йорттарына күсенә алмаусылар исеменән ҡабул итеүгә килгән вәкилдәр был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Араларында күмәк балалы ғаиләләр ҙә булып, бынан тиҫтә йыл элек төҙөй башлаған йорттарына күсеп йәшәй алмауҙарына зарландылар. Ф.Кейекбаев араларынан Чушкин урамын быйыл йәй һыу менән тәьмин итәсәктәрен вәғәҙәләне. Фуат Зәки улы әйтеүенсә, яңы биҫтәләрҙе һыу менән тәьмин итеү буйынса эш алып барыла. Быйыл Йәштәр биҫтәһенә һыу үткәргестәр һуҙыу буйынса проект эштәрен башларға планлаштыралар. Проект эштәренә 3,9 миллион һум аҡса талап ителә, аукционға ҡуйып, еңеүсене билдәләп, проектлауҙы башларға һәм йыл аҙағына экспертиза менән сығырға, ә киләһе йылда респуб-лика адреслы программаһында ҡатнашыу мөмкин буласаҡ.Адреслы ярҙам алынһа, Йәштәр, Һабантуй, Сахалин, биҫтәләрен һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса хәл ителәсәк.
Красноусолдан ирле-ҡатынлы Ковешниковтар икенсел сеймал йыйыу мәсьәләһен күтәрҙе.
Сәйетбабанан дүрт бала (береһе – инвалид) тәрбиәләгән яңғыҙ ҡатынды торлаҡ мәсьәләһе борсой. Ул ире үлгәс, йәшәр урыны булмағанлыҡтан, ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Ошондай уҡ мәсьәлә Ҡормантау ауылынан, әлегә мәлдә Красноусолда фатирға төшөп, ете балаһы менән йәшәүсе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисергән яңғыҙ әсәне лә борсоуға һала. Рөстәм Ишмөхәмәтов икеһенә лә закон буйынса күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ, Адвокаттар коллегияһынан бушлай юридик ярҙам алыуға хоҡуҡтары булыуын аңлатып үтте. Шулай уҡ торлаҡҡа мохтажлыҡ кисереүсе ғаилә булараҡ, был йәһәттән үҙҙәренең ауыл хакимиәтендә сиратҡа баҫырға тәҡдим ителде. Бер нисә кеше шәхси мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һораны.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов үҙенә бәйән ителгән һәр һорауҙы ентекле тыңланы, ҡайһыларына шундуҡ яуап бирҙе, өйрәнеү, хәл итеү талап ителгәндәрен яҙып алды һәм яҙма рәүештә яуап бирәсәген белдерҙе.
Читайте нас: