+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
3 Май 2021, 14:45

“Моң шишмәһе” кипмәһен

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында балаларға белем, тәрбиә биреү менән бер рәттән сәнғәткә лә һөйөү үҫтерәләр. Бында айы-рыуса бейеү, вокал буйынса түңәрәктәр әүҙем эшләп, үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Музыка мәктәптәренән бер ҙә кәм түгел тиһәң дә була. Гимназияның йыллыҡ отчет концертын ҙурлап үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән.

22 апрель көнө Район мәҙәниәт һарайында, 20 йыллап ҡабатланып килгән йоланы дауам итеп, сәхнәгә 400-ҙән артыҡ бала сыҡты һәм тик бер йыл эсендә ҡуйылған йыр-бейеү номерҙарын тамашасыларға күрһәттеләр.
Иң тәүҙә вокалсылар тураһында яҙып үтәйек. Бында шөғөлләнеүселәрҙе талантлы уҡытыусы Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина милли йырҙарыбыҙға, моңобоҙға һөйөү уятып тәрбиәләй. Уның ҡулы аҫтында бик күп ҡыҙҙар һәм егеттәр йыр нескәлектәренә төшөнә, уларҙа йыр сәнғәтенә һөйөү ҡабынып, профессиональ кимәлдә төрлө тауышҡа ла йырларға өйрәнәләр. “Йондоҙҙар”, “Наҙ” вокал ансамб-
ле ҡыҙҙары, “Ҡолонсаҡ” вокал ансамбле егеттәре сығышы, “Тамыр” вокал ансамбле һәм уларҙың өлкәндәр төркөмөнөң (9 “А”, “Б” кластары) “Ҡалдыр эҙеңде”, 6 “В” класс уҡыусыларының “Уралҡайым”, 3-8-се класс егеттәренең “Башҡортостан-Гөлбөс-тан” йырын хор менән, 1-се класс ҡыҙҙарының “Ҡурсағым”, шулай уҡ малайҙарҙың “Һай, Салауат” йырын башҡарыуы һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер. Солистар Эльнара Шәрипова менән Алһыу Ғәлимованың “Бәхет”, Булат Буранов, Артем Яппаров, Дима Локоленконың “Буран микән”, Диана Рәхимова, Әлиә Хисамованың “Йәшнә, ғүмер” йырҙарын оҫта итеп, тамашасы күңелен тирбәтерлек итеп йырланы. Ә инде Ислам Ғабдуллиндың “Бала сағым” йырынан тамашасылар айырылырға теләмәй оҙаҡ ҡул сапты.
Бейеү – көй, моң менән ҡушып башҡарылған хәрәкәт, айырыуса балаларҙы битараф ҡалдырмай был сәнғәт төрө. Гимназияла бе-йей белмәгән балалар бар микән, тигән һорау ҙа үҙенән-үҙе тыуа был концертты ҡарағандан һуң. Үҙ һөнәренә мөкиббән булған Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова һәр кластағы дәрт-дарманы ташып торған балаларға бейеү һалыусы хореограф. Быға тиклем ошо йүнәлештә тырышып эшләгән Илшат Хәбибуллиндың да был тәңгәлдә хеҙмәт уңыштары баһалап бөткөһөҙ.
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Айгүзәл”, “Төлкәҫ”, “Быҙыбыт” бейеү ансамблдәре уңышлы эшләп килә. Уҡыусылар етәкселәре менән берлектә төрлө район һәм республика конкурстарында сығыш яһап, үҙҙәрен күп ерҙә танытып өлгөргәндәр. Улар районда үткән бер генә байрамдан да ситтә ҡалмай тиһәң дә була. Был концертта улар тамашасы хөкөмөнә “Зарифа” (2-се класс), “Һомайҙар”, “Батыр әтәс” бейеү-триоларын (6 “Б” класс), “Рекрут”, “Мираҫ табын”, “Башҡорт сувениры”, “Ҡороҡсолар бейеүҙәрен сығарҙы. Һоҡланғыс “Вальс”та ла әйләнделәр (4 “Б”-10 клас-
тар). Рус (7 “А”, 4 “А”), сыуаш (3 “А”, “Б”), ҡалмыҡ (5-6-сы кластар), татар (7 “А”), ҡаҙаҡ (“Быҙыбыт”) милли халыҡ бейеүҙәрен дә күрһәттеләр. Һәр бейеү һоҡланғыс булды.
Был көндө гимназистар быуындан-быуынға тапшырыла килгән мәшһүр ҡурай моңона ла күмде үҙ тамашасыларын. “Мағаш” ансамбле егеттәрен ҡурайҙа уйнау серенә Рәмил Ҡотдосов өйрәткән. Ошондай остаздары барҙа башҡорт моңо һүнмәҫ, киләсәктә лә гимназияла ҡурай уйнаусылар артыр ғына тигән өмөттәбеҙ.
Һоҡланғыс концерт номерҙарынан һуң гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сығыш яһап, район хакимиәтенә, атай-әсәйҙәргә сағыу костюмдар тектереүҙә ярҙам итеп, сәхнәгә балаларҙы сығарырға этәргес көс биргәндәре өсөн рәхмәт әйтеп, “Айгүзәл” халыҡ исемен йөрөткән бер төркөм уҡыусыларға район Мәҙәниәт бүлегенең Таныҡлығын тапшырҙы.
Концертты тамаша ҡылған район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында: “Ошо “Моң шишмәгеҙ” кипмәһен, киләсәктә киңәйеп, яңынан-яңы ҡаҙаныштар, уңыштар яулаһын”, - тип теләне.
Һәр кем күңел биреп ҡараған концерт күмәк “Халҡыма” йыры менән тамамланды. Сығыш яһаусылар “Моң шишмәһенә” килеүселәргә әйтеп бөткөһөҙ моң, илһам, рух бүләк итте. Шығырым тулы залда һәр сығыш алҡыштарға күмелеп, тамашасылар дәрт һәм дарман алып таралышты был концерттан.
Читайте нас: