+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
4 Май 2021, 14:45

Йәшәгән урыныңды күркәм, төҙөк итеү - һәр кемдең бурысы

23 апрелдә район хакимиәтенең ултырыштар залында күп фатирлы йорттар советының сираттағы “Управдом” форумы үтте.

Форум эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, уның төҙөлөш буйынса урынбаҫары Фуат Зәки улы Кейекбаев, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев, республиканың көньяҡ төбәгендә капиталь ремонт идаралығы начальнигы Сергей Александрович Ланин, идарасы компания етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары, күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре, старосталар һәм башҡалар ҡатнашты.
Форумды асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов йыйылыусыларҙы сәләмләне һәм ағымдағы йылда икенсе тапҡыр осрашыуҙарын билдәләне. Республика Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса “Управдом” форумы квартал һайын, йәғни йылына дүрт тапҡыр үтәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
-2020 йылда, һәр кемгә мәғлүм булы-уынса, коронавирус пандемияһы сәбәпле, күп фатирлы йорттарға йүнәлтелгән күп кенә планлаштырылған проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бирмәне. Шуға ҡарамаҫтан, Пугачев һәм К.Маркс урамындағы 4 күп фатирлы йортта 9 подъезд ремонтланды. Ленин урамындағы 24-се һанлы 5 подъездлы күп фатирлы йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт үткәрелде. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса Калмыков урамындағы 12-се, 16/2-се, Гагарин урамы, 7/4-се күп фатирлы йорттарҙың ихаталары төҙөкләндерелде. Был программа ярҙамында 2019-2020 йылда республика буйынса 800 ихата төҙөкләндерелһә, пандемия менән бәйле финанс ауырлыҡтар сәбәпле, быйыл был программа бу-йынса 140 ҡына ихата төҙөкләндереү планлаштырыла. Программа ваҡытлыса туҡтатылып, 2022 йыл тирәһендә генә тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ, - тине Фәнзил Фәйез улы. - Күп фатирлы йорттарҙың ҡыйыҡтары торошо иң ауыр һәм сетерек-ле мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был мәсьәлә “Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милеккә капиталь ремонт” респуб-лика программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. 2021 йыл башына район биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙан йыйылған 1 млн. 306 мең һум аҡса экономияланған. Әммә был сумма бер йорт ҡыйығын капиталь ремонтлауға ла етмәй. “БР биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” Фонды коммерция булмаған ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ағымдағы йылда район буйынса күп фатирлы йорттарҙан дөйөм йыйым 5,5 млн. һум тирәһе тәшкил итәсәк. Экономияланған аҡсаны ла индереп, киләһе 2022 йыл башына 6 млн. 700 мең һум аҡса йыйыу планлаштырыла. Был өс күп фатирлы йорттоң ҡыйығын ремонтларға мөмкинлек бирәсәк. Әлбиттә, ҡыйыҡҡа капиталь ремонт уҙғарыу милек хужаларының иғәнәләрҙе үҙ ваҡытында түләүенән тора, - тине Ф.Сыңғыҙов.
Унан һуң сығыш яһаған Фуат Кейекбаев Таҙалыҡ көндәре, йәшелләндереү, төҙөкләндереү һәм экологик өмәләргә туҡталды.
“Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев үҙ сығышында районда 2020-2021 йылғы ҡышҡы йылытыу миҙгеле уңышлы, аварияһыҙ үтеүе хаҡында бәйән итте. Республиканың көньяҡ төбәгендә капиталь ремонт идаралығы начальнигы Сергей Ланин районыбыҙҙа 2014-2020 йылдарҙа “БР биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” Фонды коммерция булмаған ойошмаһы тарафынан башҡарылған эштәрҙе барланы. 23 күп фатирлы йортта, дөйөм 30 млн. 740 мең һум күләмендә 27 төрлө ремонт эштәре башҡарылған. Йорттарҙың 14-енең ҡыйығы яңыртылған, ике йорттоң сарҙаҡтары йылытылған, икәүһендә эске инженер селтәрҙәре, шунса йылылыҡ һәм электр үткәргестәр ремонтланған. Капиталь ремонтҡа иғәнәләр йыйыу буйынса 4 млн. бурыс йыйылған.
Сығыштарҙан һуң, сарала ҡатнашыусыларҙы борсоған мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелде. Күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре, старос-талар бында йәшәүселәрҙе борсоған, йорттарға капиталь ремонт, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, яҡтыртыу кеүек һәм башҡа, шулай уҡ юлһыҙлыҡ, газ үткәреү мәсьәләләрен дә күтәрҙе. Уларҙың ҡайһыларына шундуҡ яуап бирелде. Башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйәсәктәре әйтелде. Ошоноң менән “Управдом” форумы үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас: