-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
5 Май 2021, 14:50

“Урожай”ҙар – иң тәүгеләр

Көнө йылды туйҙырыр, һәр минуты ҡәҙерле мәлде ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырышып, 27 апрелдә районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы сәсеүгә төштө. Был мөһим эшкә бер нисә агрегат йәлеп ителеп, әлеге мәлдә Бурлы һәм Ерек ауылдары янындағы һоло һәм һоло-вика ҡатнашмаһы, көнбағыш, арпа сәсеүлектәрендә ҡыҙыу эш бара. Беҙ хужалыҡта булған көндө (28 апрель) хужалыҡ агрономы Раил Мөхәмәтйәновты баҫыуҙа тап иттек. Ул беҙҙе сәсеү барышы менән таныштырҙы.

Раил Әлтәф улы әйтеүенсә, хужалыҡ механизаторҙары Урал Исҡужин менән Рәмзил Сәғитов агрегаты сменалап “К-744” тракторында һоло, һоло-вика ҡатнашмаһын сәсеү менән мәшғүл булһа, Урал Йәғәфәров менән Айытбай Зәйнешев (“МТЗ-82”-ләрҙә) баҫыуҙарҙы иңләп-буйлап, көнбағыш сәсеп йөрөй. Сәсеү агрегаты алдынан Рифҡәт Ҡорбанғолов “Т-150”-лә көнбағыш сәсеүлектәрен тырмата, ә Венер Ғиззәтуллин ашлама индерә. Ерек ауылы янында тәжрибәле механизатор Сафуат Яхин арпа сәсергә төшкән. Рөстәм Шаһиев дискылауҙа мәшғүл. Башҡа сәсеүлектәрҙе лә тырматыу эштәре бара. Ужым культураларын тырматыуҙа Вилүр Ғайсаров менән Руслан Мөхәмәтдинов эшләй.
Орлоҡ етерлек, үҙҙәре һалып ҡалдырғандар, бойҙай 1-се, арпа 2-се репродукциялы, көнбағыш менән рапс орлоғон һатып алырға тура килгән. Барлыҡ орлоҡ ағыулап сәселә. Орлоҡ ағыулауға Бурлы һәм Яугилде ауылдарында 6 кеше йәлеп ителгән. Водителдәр Флүр Насретдинов (“КамАЗ”) менән Хәләф Тәүхетдинов (“ЗИЛ”) баҫыуҙа эшләүсе техника-сәскестәрҙе заправкалауға орлоҡ, минераль ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары ташый. Данис Садиҡов менән Әнүр Мифтахов үҙ техникаларында сәскестәрҙе орлоҡ һәм ашлама менән тулыландыра.
Быйыл хужалыҡта 600 гектарҙа ярауай бойҙай, арпа (750 га), ҡарабойҙай (200 га), көнбағыш (1250 га), рапс (150 га), кукуруз (силосҡа, 120 гектар) һәм башҡа культуралар сәсеү планлаштырыла. 1500 гектарҙы биләгән ужым культураларының 200 гектары насар ҡышлаған.
Читайте нас: