Ҡәҙер кисе – йылдың иң бөйөк төнө, сөнки унда ҡылынған ғибәҙәттәр мең ай, йәғни 80 йыллыҡ ғибәҙәттәрҙән дә өҫтөн: “Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) Ҡәҙер кисендә индерҙек. Ҡәҙер кисенең нимә икәнен һиңә нимә белдерер? Ҡәҙер кисе мең айҙан да хәйерлерәк. Ул төндө Раббыларының рөхсәтенән төрлө эштәр өсөн күктән фәрештәләр һәм Рух төшә. Ул – таң атҡанға тиклем тыныслыҡ”, - тиелгән Ҡөрьәндә (“Ҡәҙер” сүрәһе, 97: 1 – 5 аяттар).
Ҡәҙер кисенән “ятып ҡалмаҫ” өсөн, Рамаҙандың бөтә һуңғы төндәрендә лә тырышайыҡ.
“Кем Ҡәҙер кисендә ныҡлы иман һәм биреләсәк сауапҡа тулы өмөт менән намаҙҙарҙы ҡылһа, шуның бынан алда булған гонаһтары ғәфү ителер”, тиелгән хәҙистә.
Кем Рамаҙан айының башында вайымһыҙ булды, кем уның һуңғы көндәрендә лә ғибәҙәттәрҙә тырышманы – шул, исмаһам, Ҡәҙер кисенән ятып ҡалмаһын – һәр кистә тәрәүихтәрен ҡылып, доға һәм зикерҙәрҙә тырышһын!
Пәйғәмбәребеҙ (с.ғ.в.) ҡатыны Ғәйшәгә ошо кистәрҙә әйтелә торған доғаны өйрәтте һәм “Йә, Аллаһ! Һин Ғәфү итеүсе, ғәфү итеүҙе яратаһың, мине лә ғәфү итсе!”- тип йыш әйтергә ҡушты.