+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2021, 17:28

Изге эш башҡарҙыҡ

Йыл һайын май байрамы ваҡытында Ҡормантау зыяратында инде традицияға әйләнгән өмәләр уҙғарыла. Был осорҙа ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа өмәгә тип ҡайталар. 3 май көнө 40-ҡа яҡын ҡормантаулы һәр береһе кәрәкле эш ҡоралы менән зыяратҡа эшкә килде.

Берәүҙәр зыярат биләмәһен сүп-сарҙан таҙартһа, икенселәре ҡороған ағастарҙы киҫеү менән мәшғүл булды. Һәр йыл һайын ҡәбер өҫтәренә үҫеп сыҡҡан ағас-ҡыуаҡтарҙы киҫеп, таҙартып торһаҡ та, күп кенә урындарҙа ҡыуаҡтар барлыҡҡа килгән. Яҙын таҙартмаһаҡ, йәйен улар ҡотороп үҫеп китәсәк һәм ҡәбер өҫтәрен баҫасаҡ. Хужаһыҙ ҡалған ҡәберҙәр ҙә тәртипкә килтерелде.
Зыярат - беҙҙең мәңгелек йортобоҙ. Мәрхүм булған туғандар, яҡындар алдында изге бурысыбыҙҙы үтәнек. Шәхси тракторы менән ярҙам күрһәткән Илнур Шәйәхмәтовҡа рәхмәт әйтке килә. Өмәнән һуң сход булды. Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов ауыл халҡын борсоған ҡайһы бер һорауҙарға яуап бирҙе. Быға тиклем үҙ эшенә намыҫ менән ҡараған зыярат хужаһы Рәйес Хәлилов был вазифанан үҙе теләп китте. Уның урынына Радик Ғәбиҙуллин һайланды.
Рим ИСЛАМҒОЛОВ.
Ҡормантау ауылы.
Читайте нас: