+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2021, 16:20

Һуғыш йылы балалары

Бала саҡтары дәһшәтле һуғыш осорона тура килеп, унан һуңғы йылдарҙа барлыҡ ауырлыҡ-ҡыйынлыҡтарҙы үҙ иңдәрендә кисергән, бөгөнгө көндә йәштәргә өлгө булып йәшәгән оло быуынға ҡарап ғорурланыуҙан тормоштоң ҡәҙере тағы ла арта кеүек. Туғай ауылында йәшәүсе Миҙхәт Фәтҡулла улы Ғәтиәтуллиндың (ҡартатаһының исемен фамилия итеп ҡалдырғандар) балалыҡ, йәшлек йылдары уйнап-көлөп үтмәһә лә, һәр саҡ сыҙам, тырыш булыуы менән бар ҡыйынлыҡтарҙы йырып сығыуы әле лә үҙенә маҡсат ҡуйып йәшәй белеүе менән һоҡланырлыҡ ир-уҙаман булып тора ул. Быйылғы Еңеү көнөндә ул 90-сы яҙын ҡаршылай.

Ул осор кешеләренең бала сағын урлаған һуғыш, Н.Островскийҙың “Ҡорос нисек сыныҡты”һындағы һымаҡ һәр кемде көсөнән килгәнсә ҡатҡылландырған, нығытҡан, сыныҡтырған. Эйе, Миҙхәт Фәтҡулла улына ла һыйыр менән һабан һөрөп, көлтә ташып Еңеүҙе яҡынайтырға, йәшәү өсөн үлән ашап көн күрергә тура килгән.
Үтәктә колхоз рәйесе булып эшләгән атаһы Фәтҡулла Ғәтиәт улы Сәйфуллин 1942 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышына алына. Уны ебәрергә теләмәһәләр ҙә, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡайтҡан кешеләрҙән уңайһыҙланғандыр инде, ныҡышып, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Ленинград фронтына алына, көҙөнә инде ғаиләһенә уңалмаҫлыҡ яра булып “ҡара ҡағыҙ”ы килә. Әсәһе Тәскирә Шәрип ҡыҙы 4 бала менән тол ҡала. Был осорҙа бәләкәс Тәлғәт туғаны айлыҡ ҡына, Миҙхәткә 11 йәш була. Ауыр ҡайғыны еңеләйтергә көстө, әсәһенең өҙгөләнеүен күреүҙән йөрәгенә дауаны эштә таба үҫмер егет. Иң олоһо булғанлыҡтан, Әминә, Әсҡәт, Тәлғәт туғандарын ҡарашыу, ҡышлыҡ утын, малға аҙыҡ әҙерләү хәстәрҙәре тулыһынса уның иңенә төшә. Һабан һөргән өсөн бер стакан он бирә торғайнылар, тип хәтерләй ул үҙенең малай сағын. Һуңынан ғәзиз әсәһе Фәтҡулла ҡартатаһының энеһе - һуғыштан бер ҡулһыҙ булып ҡайтҡан, етмәһә, ҡайтыуына ҡатыны мәрхүмә булып, бер ҡыҙы менән тол ҡалған Абдулланы йәлләп, уның менән бергә йәшәргә ҡарар итәләр. Абдулла ағайҙың Хәлимә ҡыҙы ла был ғаиләгә берегеп, бер туғандар кеүек үҫәләр.
Миҙхәткә тормош еңеләйгәндәй то-йола. Уҡыуҙың мөһимлеген тойоп, белем алыу уйын да ташламай. Яңғыҙҡайында 9-сы класты тамамлағас, Ишембайҙағы нефтселәр училищеһында ике йыл уҡып, быраулаусы һөнәре ала. Ныҡышмал егет 1951 йылда эш башлап, Саҡмағош, һуңынан Туймазы нефтеразведкаһында эшләй һәм ошо йылда уҡ Рәмзиә исемле ҡыҙға ғашиҡ булып, ғаилә ҡорорға ла өлгөрә. Кәләшле, ике балалы булған Миҙхәт армияла 3 йыл һалдат һурпаһы эсә. Был ваҡытта ғаиләһен әсәһе янында ҡалдыра. 6 айлыҡ ҡына булып ҡалған Рәзимә ҡыҙы ҡайтыуына йүгереп, һөйләшеп йөрөгән була.
Ҡайҙа йөрөһә лә тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тарта, ауылдаштары ла колхозға эшкә саҡыра уны. Хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәп, тыуған ауылына, ғаиләһе янына ашҡына ул. Һыйыр, сусҡа фермаларында төрлө эштәрҙә тырышып эшләй, күп йылдар ферма мөдире, бригадир була. Һуңынан мәктәпкә завхоз булып эшкә урынлаша, мәктәп һалыуҙа ла тырышлыҡ күрһәтә. Иркен, яңы өй һалырға колхоз ярҙам итә йәш ғаиләгә. Ауылда Марат, Рәзимәнән һуң, иш янына ҡуш булып Рәмилә, Рәмил, Резеда, Гөлнур балалары тыуа. Балаларын уҡытып, кеше итеү өсөн ҡатыны ла бар көсөн һалып тырыша, кистәрен шәл бәйләп, Усолка, Стәрлетамаҡ баҙарҙарына алып барып һатып аҡса эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 49 йыл бергә йәшәгән тормош юлдашы 2000 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Рәмил улы вафат булып, уны юғалтыу ҡайғыһын да кисерергә тура килә атай кешегә. Бөгөнгө көндә тыл ветераны балалары, 17 ейән-ейәнсәре, 24 бүлә-бүләсәре менән аралашып, килгән-киткәндә ҡаршылап, оҙатып матур ғүмер кисерә.
- Ҡайҙа ҡушалар, ҡарышып торманыҡ, тырышып эшләнек. Бөгөн үҙ аяғымда йөрөүемә һөйөнөп бөтә алма-
йым. Балалар менән баҡса үҫтереп, йәшәп ятҡан көн инде. Уларға рәхмәтлемен, әле береһе, әле икенсеһе килеп тора. Социаль хеҙмәткәр булып эшләүсе Рәхилә Йосопованың ярҙамы ҙур. Ауыл-да фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы булып эшләүсе Алһыу Әсфәндийәрова ла хәлемде белеп, кәрәк булғанда ярҙам күрһәтеп тора. Урамда Скандинав таяҡтары менән, йәй көнө велосипедта йөрөйөм, - ти 90 йәшен тултырасаҡ Миҙхәт Фәтҡулла улы.
Алама ғәҙәттәрҙе үҙ итмәгән ауыл аҡһаҡалына бөгөн үҙ йәшен биреп тә булмай. Әле лә сафта торған һалдаттарса төҙ, еңел кәүҙәле, “Табын”да сыҡҡан бөтә мәҡәләләрҙе лә уҡып бара, әҙәби телдә матур һөйләшә, гармунда уйнай, таҙалыҡ ярата. Һуғыш осоро михнәттәрен аҙ күрмәгән Миҙхәт Фәтҡулла улы бөгөнгө көндә бәхетле ҡартлыҡ кисереп, был тормошҡа ҡәнәғәт булып йәшәй. Атаһын ғүмерлеккә тартып алған һуғышта Еңеү көнөн бер аҙ тулҡынланып, күҙ йәштәре аша, икенсе яҡтан матур тормош, тыныслыҡ алып килгәне өсөн ғорурланып ҡаршылай ул. Киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡта, балаларының шатлыҡ-һөйөнөстәренә ҡыуанып, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәргә Хоҙай насип итһен.
Читайте нас: