+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2021, 17:55

Ун ете йәшлек кавалерист

Атайыбыҙ Зөбәйер Хәмит улы Шаһиев 1926 йылда Сәйетбаба ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда 15 йәше саҡ тулған үҫмер һуғышҡа китеп бөткән барлыҡ ир-атты алыштырып, ең һыҙғанып колхоз эшенә егелә. Ике йылдан һуң, 1943 йылдың ноябрендә, 17 генә йәшендә уға ла хәрби хеҙмәткә саҡырыу килә.

Туймазыла дүрт ай әҙерлек үткәндән һуң, Мәскәү өлкәһенең Ковров ҡалаһына ебәрәләр. Һуғышҡа инер алдынан запастағы кавалерия полкында Тыуған илде батырҙарса һаҡларға ант итә, ошонда ул кавалеристың ҡоралы – ҡылыс менән эш итергә һәм аттар ҡарарға өйрәнә. Артабан авгус-та йәш кавалеристарҙы хәрби эшелон менән фронтҡа оҙаталар.
Йәш һалдат Зөбәйер Шаһиев 2-се гвардия кавалерия дивизияһы составында Белоруссия ҡала-ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша. Польшаны азат итеү һуғыштарында разведчик-автоматсы булып, һөжүм итеүсе совет ғәскәрҙәренә юлды асып, дошман ҡуйып ҡалдырған миналарҙан таҙарта.
Шулай итеп, юлдарында осраған ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан азат итә-итә Берлинғаса оҙайлы 500 саҡрым юл үтеп, Еңеү яҙын бында ҡаршылырға насип була уға. Һуғыш тамамланһа ла, атайыма шундуҡ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙмай. Артабан Алыҫ Көнсығышҡа оҙатыла. Владивос-ток ҡалаһынан Рәсәйгә аҙыҡ-түлек вагондары, Көньяҡ Сахалинда Тымыҡ океан аша хәрби йөк оҙатыуҙа ла ҡатнаша.
Атайыма 1950 йылдың ноябрендә генә 7 йыл тигәндә йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтыу насип була. Әсәйебеҙ Вәхизә Фәйзулла ҡыҙына өйләнеп, 6 бала: ике ул – Миңнур, Зиннур һәм Миңлеғәзизә, Мәхмүзә, Мәрфуға, Мәфтуха (мин, ошо юлдар авторы) исемле дүрт ҡыҙға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерҙеләр. 14 ейән-ейәнсәрҙәре, 24 бүлә-бүләсәрҙәре бар.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зөбәйер Шаһиев Дан, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә. Һуғыштан һуңғы ғүмерен иген үҫтереүгә арнаған атайыма 1957 йылда Мәскәүҙә уҙған Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыу бәхете насип була. 1989 йылда Герой-ҡала Волгоградта яуҙаштары менән осрашыуға барып ҡайтты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең матур киләсәгебеҙ өсөн һуғышта күргән-кисергәндәре эҙһеҙ үтмәй, атайым 2013 йылда, 87 йәшендә гүр эйәһе булды. Беҙ, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры Зөбәйер Шаһиевтың балалары, 76-сы Еңеү яҙында атайыбыҙҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ.
Мәфтуха ҠОТЛОБИРҘИНА.
Красноусол ауылы.
Читайте нас: