+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
7 Май 2021, 19:20

Урманды уттан һаҡлайыҡ!

Башҡортостан Республикаһы биләмәһендәге урман фондында апрелдең 15-енән 28-енә тиклем 20 урман янғыны теркәлде, уларҙың 9-ы - ут менән һаҡһыҙ эш итеү, 11-е башҡа категорияға ҡараған ерҙәрҙән урманға ут ҡабыу сәбәпле килеп сыҡҡан. Урман янғындары үткән майҙандар бөтәһе 29,28 гектар тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығы, яҙын, ҡоро үлән күп саҡта, кескәй генә һәр осҡон да ҙур хәүефкә сәбәп булырға мөмкин, тип иҫкәртә һәм республикала йәшәүселәрҙе урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тайпылышһыҙ үтәргә һәм урман янғанын йәки урман массивына яҡын урындарҙа ут сыҡҡанын күргән осраҡта Урман һағының берҙәм номерына: 8 (800) 100-94-00 йәки БР Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә: 8 (347) 218-14-14 – шылтыратырға саҡыра.
Урманда һәм урмандарға терәлеп торған урындарҙа ут менән һаҡһыҙ эш итеү, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоп усаҡ яғыу, ҡоро ботаҡтарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы һәм башҡа яныусан урман материалдарын үртәү закон тарафынан эҙәрлекләнә.
Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Янғынды нисек булдырмаҫҡа
Хөрмәтле граждандар!
Урманда тыйыла:
- Усаҡ яғыу, шешлек ҡурыу
- Тәмәке тартыу, тәмәке төпсөгөн, ҡабыҙылған шырпыны ташлау
- Һунар иткәндә яныусан материалдар ҡулланыу
- Двигателенең яғыулыҡ системаһы төҙөк булмаған машинаны файҙаланыу
- Ҡороған-кипкән үҫемлектәрҙе үртәү
- Ҡыйлау, май һәм яныусан матдәләр һеңгән материалдар ҡалдырыу
Урман янғындары менән көрәш алымдары
һәм ысулдары
Янғын ситенә тупраҡ һибеү
Ҡомло һәм еңелсә ҡомло йомшаҡ ерҙә тупраҡ һибеп ялҡынды һүндерәләр, шунан быҫҡып ятҡан ситтәрен тупраҡ менән күмәләр
Янғын сиге буйлап ялҡынды һуғып һүндереү
Утты япраҡлы ағас ботаҡтары, киҫеп алынған йәш ағастар, ҡул аҫтындағы башҡа әйберҙәр – таяҡҡа бәйләнгән тоҡ, резина менән ҡатланған йәки башҡа төрлө туҡыма менән һүндереү
Минераллаштырылған һыҙаттар һәм канауҙар
Уларҙы утты туҡтатмаҫ элек үк янғын сигенән бер аҙ ситтәрәк яһайҙар. Улар янғынды тотҡарлаусы барьерҙар – юлдар, йылғалар һәм башҡаларға барып терәлергә тейеш.
Читайте нас: