-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2021, 16:45

Атайымдың һуңғы сәләме

Ғәбдрәхим Ғиниәт улы Раҡаев 1903 йылда Үтәк ауылында тыуып үҫкән. Ҡыҙы Асия Ғәбдрәхим ҡыҙы Фәйзуллинаның хәтирәләренән:

Әткәй 1929 йылда күрше Йәнырыҫ ауылынан Маһисур Ғата ҡыҙы Мостафинаға өйләнә. 1930 йылда башлап колхозға керәләр. Ҡыштарын ат менән Усолкаға, быяла заводына утын ташыр булған. “Беҙгә күстәнәскә ҡалас алып ҡайтыр ине”, - тип һөйләй ине Рәйсә апайым. Ул 1930 йылда беренсе бала булып тыуған, мин үҙем - 1940, ә һеңлем Рәхилә 1942 йылғы.
Һуғышҡа 1941 йылдың беренсе айҙарынан китә. Башта бер иптәше менән район үҙәгендәге военкоматҡа барып белешәләр ҙә, икенсе көнөнә юлға сығалар. Рәйсә апайым уны баҫыу ҡапҡаһына, ә әнкәй Алкиноға тиклем оҙата бара. 1941 йылдың декабрендә “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙы килә. Мин дә, һеңлем Рәхилә лә әткәйҙе бары әнкәй менән Рәйсә апай һөйләгәндән генә беләбеҙ. “Әтиең тундың итәген ҡыҫтыра ла, һине кәүҙәһе буйлап һикегә шыуҙырып төшөрә торған ине”, - тип иҫләр ине әнкәй.
Һуғыш бөттө, бер-бер артлы һалдаттар ҡайта башланы. “Әбдрәхимемде осраҡлы ғына булһа ла күрмәне микән”, - тип әнкәй Хәмиҙулла Ғиззәтуллин ағайҙарға барғанын иҫләйем.
Әтием төҫкә-башҡа матур булған, шуға ауыл халҡы уны “Матур Әбдрәхим” тип йөрөткән. Әнкәй беҙҙе бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡай сағында бала шуҡлығы менән хәлен дә алғанбыҙҙыр инде. Хәҙисә түтәй: “Балаларға теймә, һуҡма, былай ҙа әтейһеҙ етем үҫәләр”, - тиер ине.
Йылдар үтте. Шулай 1980 йылдарҙа Мораҡҡа туйға барырға тура килде. Шунда бер Фәхри исемле ағай мине эҙләп табып: “Ҡыҙым, беләһеңме, мин бит һинең әтиең менән бергә хеҙмәт иттем. Мин ҡулыма яралы инем, атта, ә ул аяғына яралы ине, машинала госпиталгә оҙатылдыҡ. Иҫән ҡайта алһаң, Үтәккә, беҙҙекеләргә барып сәләмемде тапшыр. Йылға буйында торалар, өй янында бер уҫаҡ, бер муйыл үҫеп ултыра. Ҡатыным, ике ҡыҙым, түтәй бергә торалар”, - тине.
Шул сағында минең ярһып илағанымды белһәгеҙ ине. Әтиемдең нисә йылдан һуң килеп еткән һуңғы сәләме ине бит был. Эйе, һуғыштан һуң ул Фәхри ағай Үтәккә килгәндер, әткәй тураһында һөйләгәндер, ә мин быларҙың барыһын да бала вайымһыҙлығы менән аңламағанмындыр. Ни тиһәң дә һуғыш бөткәндә миңә ни бары 5 йәш булған.
Баҫмаға Үтәк мәктәбе музейы етәксеһе
Рауил РАҠАЕВ әҙерләне.
Читайте нас: