-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Май 2021, 11:15

Яугирҙар әле лә сафта

Ошо йәмле яҙ айында илебеҙ һәм бөтә кешелек өсөн иҫ киткес ауырлыҡтар, ҡорбандар хаҡы менән яуланған яҡты Еңеүҙең быйыл 76 йыллығын ҡаршылайбыҙ. Ваҡыт үтеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары беҙҙән алыҫлашҡан һайын еребеҙгә Еңеү яулаған яугирҙар, тылда хеҙмәт батырлығы күрһәткән ветерандар сафы һирәгәйә бара. Ғәрәсәтле һуғыш менән күҙмә-күҙ осрашып, ауыр яу юлдары үткән, тыуған яҡтарына Еңеү алып ҡайтҡан ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, уларҙың ҡаһарманлығы, Ватанға тоғролоғо хаҡында оноторға тейеш түгелбеҙ һәм ваҡытында уларға ихтирам күрһәтеп ҡалаһы килә.

Ошо маҡсатта “Табын” гәзите редакцияһы иҫән ҡалған яугирҙарҙы бергә осраштырып, уларҙы бер сафҡа йыйҙы. Районыбыҙҙа улар дүртәү генә – Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов. Улар тере тарих булып тора. Һәр береһе йәш кенә көйө ҡулына ҡорал алып, Ватаныбыҙ азатлығы, халҡыбыҙҙың тыныс, имен тормошо, бәхетле киләсәк өсөн ҡаһармандарса яу юлы үткән, һуғыштан ҡайтҡас та илде күтәреүгә бар көсөн һалған, төрлө ерҙәрҙә хеҙмәт юлы үткән.
Фотохәбәрсебеҙ Наил Латиповтың оҫта ойоштора белеү һәләте ярҙамында 4 май көндө, һөйләшкәнсә, сәғәт 11-ҙә бар яугирҙар ҙа Рамазан Хөснөтдиновтың фатирында йыйылғандар ине. Әлбиттә, уларҙың балаларына ла рәхмәтлебеҙ, һәр береһе “Бер күрешеү – үҙе бер ғүмер”, тигәндәй, атайҙарын бер ҡаршылыҡһыҙ алып килгәндәр. Ветерандар бер-береһе менән ҡул бирешеп, шатланышып осраштылар.
Уларҙың иң олоһо – Вилдан Шәрипов. Яугир Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, шунда уҡыған. Бөйөк Ватан һуғышына ул 1942 йылда алына. 219-сы Идрица дивизияһы составында һуғыша. Ауыр яраланып, ярты йыл госпиталдә дауалана. Шунан тыуған ауылына ҡайта. Уҡымышлы, яҙыу-һыҙыу эшенә оҫта кешене ҡайтыу менән эшкә ҡушалар. Юлыҡта уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары, Яңы Заһит, Толпар мәктәбендә директор, “Йондоҙ” колхозының партком секретары булып эшләй. Төрлө йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Хәфиҙә апай менән 7 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ауыр һуғыш һәм хеҙмәт юлы үткән ветеран ғына түгел, гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, ижади күңелле шағир ҙа ул. 20-нән артыҡ китап авторы.
Рамазан Хөснөтдинов 1926 йылдың 10 апрелендә Ҡолҡан ауылында донъяға килгән. Бөйөк Ватан һуғышына 1943 йылдың ноябрендә саҡырыла. Башта Өфөләге уҡыу полкында 6 ай әҙерлек курстары үткәндән һуң, ефрейтор званиеһы биреп, Алкинола ойошторолған часть составында Белоруссияға ебәрәләр. Танк ротаһында автоматсы булып алышҡа инә. Бөйөк Еңеү яҙын ул Берлинда, гвардия кесе сержанты булып ҡаршылай. 1948 йылда Рәшиҙә Йәһүҙә ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 5 балаға ғүмер биргәндәр.
Ғәбдрәхим Садиҡов Яңы Заһит ауылында тыуып үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 17 йәш кенә була. 18 йәше тулыуға, йәғни 1942 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Башта Алкинола, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәнә. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, һуғышҡа оҙаталар. 2-се Белоруссия фронтының минометсылар бригадаһына эләгә. Уларҙың полкы бик күп ҡала-ауылдарҙы фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. 1945 йылдың яҙында Еңеү салюты яңғырағанда ул Берлиндан 60 саҡрым ғына ситтә була. 1947 йылда ғына тыуған яғына ҡайта һәм ауылдашы Ғилмийыһанға өйләнеп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Ниғмәтйән Салауатов 1927 йылдың 17 ғинуарында 5 ҡыҙ араһында бер малай булып донъяға килә. 1944 йылда 18 йәше лә тулмаған егет Алыҫ Көнсығышҡа диңгеҙ авиацияһына хәрби хеҙмәткә алына. 1945 йылғы япон һуғышында ҡатнаша, Тымыҡ океан флотының айырым авиатехник батальонының маскировка командаһында хеҙмәт итә. 1951 йылдың ноябрь айында ғына демобилизацияланып, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Мөйәсәрә Хәлил ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 7 балаға ғүмер биреп, тормош юлына сығарғандар.
Ветерандар бөгөнгө көндә бар уңайлыҡтары булған фатир, йортта йәшәйҙәр. Уларҙың һәр береһенең тормош юлы тарих яҙырлыҡ. Күп йылдар үтһә лә һуғыш хәсрәттәре, михнәттәре лә онотолмай. Һуғыштың тере шаһиты булған ветерандарыбыҙҙың элекке яралары һаман һулҡылдап һыҙлай, йөрәктәрен әрнетә. Был осрашыуҙа улар артыҡ бер нимә лә һөйләмәһәләр ҙә, уларҙың һәр береһе Еңеүҙе яҡынайтҡан, барыһы ла илем, ерем тип көрәшкән, шуға ла маҡтауға һәм оло хөрмәткә лайыҡ һеҙ, ветерандар!

Читайте нас: