+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Май 2021, 12:20

13 май – Ураҙа ғәйете Ҡөрьән буйынса йәшәйек!

Хөрмәтле мөьмин-мосолман дин ҡәрҙәштәребеҙ! Ғәйдүль Фитр-Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!Аллаһ ай буйына тотҡан ураҙаларыбыҙҙы, бергәләшеп мәсеттәрҙә уҡылған тәрәүих намаҙҙарыбыҙҙы, биргән фытыр саҙаҡаларыбыҙҙы, эшләгән изгелектәребеҙҙе ҡабул итһә ине.13 май иртәнге сәғәт 8-ҙә Красноусол мәсетендә байрам намаҙы үткәрелә.

Әлхәмдүлилләһ, бер ай көн оҙонлоғонда ашамай-эсмәй, хәләл ризыҡтарҙан да тыйылып торҙоҡ, иманыбыҙ артты, күңелебеҙ сафланды, бынан һуң хәрәм ризыҡтарҙан тыйылыу, Аллаһуның ҡушҡанын үтәү ҡыйын булмаҫ, иншә Аллаһ.
Рамаҙан ул – Ҡөрьән төшкән ай. Аллаһу Тәғәлә мөьминдәрҙе сифатландырып, Ҡөрьәндә әйтте: “Әлиф ләм мим”-дең мәғәнәһен Аллаһ үҙе генә белә. Ҡөрьәндең Аллаһунан индерелгән хаҡ китап икәнлегендә һис шик юҡ. Был китап – бөтөн ғәмәл ҡылыусы тәҡүә мөьминдәргә хаҡ юлды күрһәтеүсе һиҙәйәттер. Ҡайһы бер кеше башына ҡайғы-хәсрәт килгәндә, ауырып киткән ваҡытта Ҡөрьәндән шифа эҙләй, өшкөрә, өй эсендә һаташтыра тип, Ҡөрьәнде баш аҫтына ла һалып яталар. Ләкин Аллаһу Тәғәлә әйтте: “Ҡөрьән – ул уҡырға һәм уның менән ғәмәл ҡылырға төшөрөлгән китап. Уны фәҡәт өшкөргәндә, шифа кәрәк булғанда ғына түгел, бәлки сәләмәт саҡта,көслө, ҡеүәтле ваҡыттарҙа ла Аллаһуға итәғәт итеп уҡырға һәм ғәмәл ҡылырға кәрәк”.
Ошо сүрәнең дауамында Аллаһ әйтә: “Ул тәҡүә мөьминдәр күрмәһә лә күргән кеүек Аллаһуға ышаналар. Һәм йөкләтелгән намаҙҙарҙы ваҡытында уҡыйҙар. Һәм беҙ биргән байлыҡтан саҙаҡалар бирәләр. Эй, Мөхәммәт ғәләйһиссәләм, ул тәҡүә мөьминдәр һиңә индерелгән Ҡөрьәнгә ышанып, уның буйынса ғәмәл ҡылалар. Ул тәҡүә мөьминдәр Раббылары тарафынан тура юлға күнеүселәр, һәм улар әхирәттә өҫтөнлөк табыусылар” (“Баҡара”, 1-5 аят).
Тағы ла Пәйғәмбәребеҙ хәҙисен иҫегеҙгә төшөрөп үткем килә: “Мин һеҙгә ике нәмә аманат итеп ҡалдырам: Аллаһуның китабы һәм минең сөннәтем. Ошо ике нимәгә йәбешеп йәшәһәгеҙ, һис бер ваҡыт аҙашмаҫһығыҙ”.
Ҡөрьән буйынса ғәмәл ҡылып, һөйөклө пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте буйынса йәшәйек, ул саҡта һәр көнөбөҙ хәйерле, бәрәкәтле, уңышлы булыр. Донъя һәм әхирәттә бәхетле булырбыҙ һәм көнөбөҙ ғибәҙәттә үтә икән, һәр көнөбөҙ ҙә һөйөнөслө, байрам булыр.
Изге теләктәр менән Илһам хәҙрәт ЙОСОПОВ.
Читайте нас: