-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
12 Май 2021, 15:35

Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек байрамы

Красноусолда 1 май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған матур сара үтте

Был салт аяҙ яҙғы көндө район хакимиәте алдындағы байрамса биҙәлгән Мәжит Ғафури исемендәге майҙан гөрләп торҙо. Күптәр матур байрамға ғаиләләре менән килгәйне.
Байрам сараһы ауыл хужалығы йәрминкәһенән башланды. Йәрминкәлә үҙ продукцияларын һатырға районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан ике тиҫтәләп ауыл хужалығы предприятиеһы һәм шәхси хужалыҡтар килгәйне. Сауҙа рәттәрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине: ит һәм һөт продукциялары, ҡымыҙ, ҡорт балы, йәшелсә, йомортҡа, кондитер изделиелары һәм башҡа аҙыҡ-түлек, “Фомин” предприятиеһы шешлек һәм пасха көлсәһе менән ҡыҙыу һатыу итте. Шулай уҡ сәскә үҫентеләре, дарыу үләндәре, ҡул эштәре тәҡдим итеүселәр ҙә булды. Ирекмәндәр матур йолаға ярашлы, Еңеү көнө алдынан Георгий таҫмалары таратты.
Байрамға килгән халыҡты район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов 1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт, хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек, шулай уҡ Пасха байрамдары менән тәбрикләп, барыһына ла сәләмәтлек, тормоштарында, эштәрендә ҙур уңыштар, бәхет-шатлыҡ, именлек, берҙәмлек теләне. Район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары, “Хазина”, “Усолочка” вокал, “Быҙыбыт”, “Төлкәҫ”, “Эксклюзив” өлгөлө бейеү ансамблдәренең сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде. Сараны алып барыусылар Фәнзил Ғәлин менән Ирина Васильева 1 майҙа тыуған көнөн билдәләүсе кәзә ҡымыҙы етештереүсе шәхси эшҡыуар Азат Маннановты тәбрикләне, ә “Быҙыбыт” ансамбле бейеү бүләк итте.
Балалар өсөн уйын программалары ойошторолдо, төрлө аттракциондар эшләне, балаларҙың яратҡан тәмлекәсе - татлы мамыҡ сауҙаһы ҡыҙыу барҙы.
Ә районыбыҙ йүгеректәре Яҙ һәм хеҙмәт байрамын “Йәшлек” паркында уҡыусылар Спартакиадаһы сиктәрендә еңел атлетика ярыштарында ҡатнашып билдәләне.
Читайте нас: