Юлыҡ ауы-лында тыуып-үҫеп, бер-береһенә күрше булып йәшәгән Миңзиә менән Зилиә Стәрлетамаҡ медицина училищеһын 1987 һәм 1989 йылдарҙа тамамлап, үҙәк район дауаханаһына эшкә килгәндәр һәм яратып һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалып, районыбыҙ халҡының һаулығы һағында арымай-талмай эшләйҙәр. Шәфҡәт туташтарының тәүгеһенең училищеның палата шәфҡәт туташы бүлексәһен тамамлап, терапия бүлегендә хеҙмәт юлын башлауына – 34, икенсеһенең 32 йыл үткән. Ошо дәүер эсендә шәфҡәт туташтары үҙ һөнәрҙәре нескәлектәренә ныҡлы төшөнөп, яңы эш башлаған йәш белгестәргә бай тәжрибәләре менән уртаҡлашалар. Хәҙер был һөнәр уларҙың булмышына әүерелгән. Табип Раушан Рәфис улы Арыҫланов етәкселегендәге терапия бүлегендәге ҙур хеҙмәт стажына эйә булған, тәжрибәле шәфҡәт туташтары үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән хеҙмәттәштәре һәм халыҡ араһында ихтирам-хөрмәт ҡаҙандылар.
Уларҙың районыбыҙ һаулыҡ һағындағы күп йыллыҡ тырыш хеҙмәттәре бик күп Маҡтау грамоталары менән билдәләнгән. Миңзиә Тимерхан ҡыҙы БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына, РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Рәхмәт хатына, башҡа төрлө Маҡтау грамоталарына лайыҡ булған. Паллиатив бүлексә (дауалаусы табип Азат Сөләймәнов) шәфҡәт туташы Зилиә Мансур ҡыҙы район хакимиәте һәм Советының, дауахананың Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Шәфҡәт туташтарын үҙ эштәрен ныҡлы яратыуҙары, кешеләрҙе сәләмәтләндереүҙән, уларға ярҙам ҡулы һуҙыуҙан ҡәнәғәтлек кисереүҙәре, бер төптән, бер-береһенә ярҙамлашып, аңлашып эшләүҙәре берләштерә. Уларға артабан да хеҙмәт уңыштары юлдаш булһын!